Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Сентябрь 2018, 18:29

Тапатҡан да ҡасҡан

Ҡаланың Октябрь проспектында (Өфө дәүләт нефть-техник университеты эргәһендә) 39 йәшлек ирҙе тапатҡандар. Машина аҫтында ҡалыусы һәләк булған. Уны тапатып ҡасҡан водителде ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эҙләй.

Шаһиттар һүҙҙәренә ҡарағанда, ир юл аша светофорҙың ҡыҙыл төҫө янғанда сыҡҡан була. Уны ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге 14-се маркалы «Лада» машинаһы иҙеп үтә. Ир дауаханала йән бирә. Был юл фажиғәһенең ирекһеҙ шаһиттарынан йәки ошо ваҡиға буйынса хәбәрҙар булғандарҙан БР буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының дежур бүлегенә түбәндәге телефондар аша хәбәр итеү һорала: 2-35-84-02, 2-33-27-31 йәки 2-37-84-80, 2-37-02-02.
Читайте нас: