Шахтау менән Стәрлетамаҡты то-таштырыусы күпер бөтөнләй ябылып тороуы күптәрҙе шаҡ ҡатырғайны, әле күпер аша хәрәкәт йәнә асылды, тик хәҙер унан еңел машиналар ғына үтә ала – ҡаланың юл хәүефһеҙлеге комиссия-һы техниканың бейеклеге буйынса сикләүҙәр ҡуйылыуы тураһында хәбәр итте. 3 метрҙан бейегерәк булған ма-шиналар хәҙер унан йөрөй алмаясаҡ.
Косяковка ауылы эргәһендәге хәл тураһында яҙып үткәйнек инде. Ауылға ҡапҡа ҡуйылғас, машиналарға соҡорло юлдан йөрөүҙән башҡа сара ҡалманы. Әммә хәҙер был уңайһыҙлыҡ хәл ителде – емерелгән юлды ремонтланылар.
– Граждандарҙың күпләп мөрәжә-ғәт итеүҙәренән һуң «Магнит» мага-зиндарының логистик үҙәге алдындағы юлды ремонтлауға тотондоҡ. Бында юлдың 300 метр самаһындағы өлөшө яңыртыла, тик боролоштан һуңғы юл Стәрлетамаҡ районы ҡарамағына инә, – тине ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге начальнигы Илдар Ғәрифуллин.
Әйткәндәй, ноябрь башында Ағиҙел аша күпер йөк машиналары өсөн дә асыласаҡ. Әлеге мәлдә күперҙе тотоп тороусы бағаналар ремонтланған һәм барлыҡҡа килгән соҡор ямалған.