Ашҡаҙар
-8 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Сентябрь 2018, 19:14

Яҡтырып китһен урам

Хоҙайбирҙин урамының төҙөкләндерелгән аллеяһында, «Лев Толстой урамы» туҡталышынан йыраҡ түгел йәйәү йөрөй торған зонала, яңы архитектура объекты – гигант шәмдәл барлыҡҡа килде.

Алты метр самаһы бейеклектәге ғәжәп ҙур ҡалпаҡлы яҡтыртҡыс шунда уҡ барыһының да иғтибарын үҙенә йәлеп итә башланы.
Был матурлыҡ өсөн Стәрлетамаҡ бюджетынан миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ҙур шәмдәлдән тыш, ике һәм өс метр оҙонлоҡтағы ике яҡтылыҡ ҡамышы ҡуйыласаҡ. Уларына 900 мең һум бүленәсәк.
Халыҡ ҡалабыҙҙы йәмләйәсәк архитектура объектының тиҙерәк ҡабыныуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Читайте нас: