– Хафаланмағыҙ, минең танытмам бөтөнләй булғаны ла юҡ” тигән әңгәмәне хәтерләйһегеҙҙер. Фильмда төп герой ҡала буйлап ҙур тиҙлектә оҫта итеп хәрәкәт итергә ярата, әммә уның водитель танытмаһы юҡ, сөнки ул имтихандарҙы тапшыра алмай. Еңеүсе Илнурҙың да әлегә танытмаһы юҡ, ул әлегә ҡаланың 30-сы мәктәбендә уҡып йөрөй, уның ҡарауы, машинаһы бар. Үҫмер таксиҙар тураһында кино ярата. Шуға осраҡлы ғына билдәле бер блогерҙың YouTube-каналында ойошторолған уйында ҡатнаша һәм көтмәгәндә еңеүсе була.
Үҫмер бәлиғ булғансы яратҡан геройы кеүек урамдарҙан, Стәрлетамаҡ урамдары буйлап елдереп йөрөй алмаҫ. Әммә кинофильмдағы машинаның асҡысы ҡулында бит, ваҡыт үтер ҙә китер.