Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Сентябрь 2018, 14:17

Хәрәкәтһеҙ кәүҙәм, ә күңелем Аҡҡош булып үргә талпына

...Июнь айының салт аяҙ көнө. Ҡояш ергә нурҙарын йәлләмәй һибә. Беҙгә ул саҡта ни бары 5-6 йәштәр тирәһе. Балалар баҡсаһында тәрбиәсебеҙ: “Бөгөн яҙыусы Ибраһим ағайығыҙ янына барабыҙ”, – тигәс, “Кем икән ул Ибраһим ағай? Йыраҡ йәшәйме икән? Ни өсөн барабыҙ уның янына?” тигән һорауҙар яуҙыра башланыҡ. Хәйер, һорауҙарҙы әле һаман бирәм, инде үҙемә, сөнки шәхестең яҙмышы ла, ижады ла – өйрәнеп тә бөтмәҫлек хазина ул!

Бәләкәй генә булһаҡ та, танылған яҙыусы менән шул осрашыу хәтергә ни өсөндөр ныҡ һеңеп ҡалған. Шау сәскәгә күмелгән йортта ихлас һәм мөләйем йөҙлө Ибраһим ағай Зөләйха апай менән беҙҙе шатланып ҡаршы алды. Яугир-яҙыусы беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙҙе, яратҡан әкиәттәребеҙҙе, уйындарыбыҙҙы һорашты. Артабан үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, изге кәңәштәрен бирҙе, йышыраҡ килергә ҡушты. Ибраһим ағай Ғиззәтуллин кеселекле һәм игелекле булыуы менән күңелдәрҙә һоҡланыу һәм ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятты. Миндә генә түгел, ә меңәрләгән китап уҡыусыларының күңелендә лә.
Бөйөк шәхестең уйландырғыс яҙмышы тураһында яҙа башлаһаң, ҡалын-ҡалын китап биттәренә лә һыймаҫ ине. Ибраһим Ғәзизулла улы Ишембай районының армыт-армыт тауҙар уратып алған Түбәнге Әрмет ауылында тыуып үҫә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, баһадир кәүҙәле, сая ҡарашлы, ҡорос ихтыярлы егет башҡа йәштәштәре менән фашист илбаҫарҙарына ҡаршы яуға ташлана. Тик... киләсәктә үҙен ниндәй яҙмыш көтәсәген күҙ алдына ла килтерә алмай ул. 1941 йылдың 23 октябрендә Калинин өлкәһенең Лужино ауылы өсөн барған ҡаты һуғышта 23 йәшлек яугир, 23 яра алып, хәрәкәтһеҙ ҡала. Әммә, бәхеткә күрә, йән менән әжәл көрәшендә тәүгеһе еңеп сыға.
Ибраһим Ғиззәтуллиндың яҙмышында Стәрлетамаҡ ҡа-лаһы ла ҙур мәғәнәгә эйә, ошонда ул педагогия училищеһын тамамлай, нәҡ һабаҡ алған сағында ижади һәләте бөрөлә-нә лә инде. Әҙәбиәт уҡытыусыһы, яҙыусы Хөсәйен Ҡунаҡбаевтың: «Яҙып ҡарарға, әҙәбиәт менән ныҡлап шөғөлләнергә кәрәк ине һиңә”, – тигән һүҙҙәре аҙаҡ яугир-фронтовиктың ҡолаҡ төбөндә көслөрәк яңғыраған кеүек була. Ибраһим ағай, әҙ генә хәрәкәт иткән(!) һул ҡулына үткер ҡәләмен алып, ҡағыҙ битенә тәүге юлдарҙы теҙә башлай.
Ҡәләмдәштәре менән тығыҙ бәйләнеш тотоп, уларҙың кәңәштәрен тыңлап, ижади эш менән ҡайнап йәшәй яҙыусы. Бер-бер артлы уның “Гөлзәйнәб еңгә”, “Ҡәйнә” хикәйәләре, “Юлға сығыр алдынан”, “Ғашиҡтар баҡсаһы” повестары, “Икенсе күкрәү” романы донъя күрә. Бигерәк тә уҡыусыны “Үлгәндән һуң утыҙ йыл” әҫәре тетрәндерә. Уға төшөнкөлөккә бирелгәндән һуң ошо повесты уҡып, рухы нығынып киткән рәхмәтле уҡыусыларҙан әллә күпме хаттар килә. Ибраһим ағайҙы хөрмәтләп “башҡорт Корчагины” тип телгә ала башлайҙар.
Әлбиттә, әҙиптең тормош һәм ижад юлында төп терәк булған Зөләйха апай хаҡында айырым әйтеп китеү дөрөҫтөр. Яратҡан балаларының әсәһе генә түгел, машинисткаһы ла, корректоры ла, рухташы ла була яҙыусы ҡатыны. “Ғаилә йылы” тип һүҙ ҡуҙғатҡанда ошондай яҙмыштарҙы ла оноторға ярамайҙыр.
Күренекле яҙыусының:
Хәрәкәтһеҙ кәүҙәм, ә күңелем
Аҡҡош булып үргә талпына.
Йөрәгемдә булған хистәремде
Шиғыр итеп бирәм халҡыма, -
тигән юлдары бар. Был шиғыр һис шикһеҙ Ибраһим ағайҙың булмышы хаҡында. Уҡытыусы булараҡ, йәш быуынды тәрбиәләүҙә уның ижадын да, һоҡланырлыҡ яҙмышын да өлгө итеп алам. Уҡыусыларым “Үлгәндән һуң утыҙ йыл” китабындағы “Тормош – марафон. Бер ваҡытта ла өмөттө өҙөргә ярамай, табандарҙы яндыра-яндыра булһа ла йүгерергә кәрәк, тик шунда ғына маҡсатыңа ирешеп була” тигән һүҙҙәрҙең асылына төшөнөргә тейеш!..
Читайте нас: