туристик ойошма етәксеһе:
– Тыуған Ишембай районымдың матурлығын (Бүжә тауы, Маҡар, Хажы яҡтарын, Торатауҙы) башҡаларға ла күрһәтеү өсөн туристик ойошма булдырҙым.Тәбиғәт ҡосағында ял итеү менән бергә, уны яҡлау һәм һаҡлау, сүп-сарҙан таҙартыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Ҡырағай туризмдан айырмалы рәүештә, экотуризм, тәбиғәтте өйрәнеү менән бергә, кешене тәрбиәләүгә ҡайтып ҡала. Киләсәктә экотуризмды агротуризм ме-нән бергә алып барырға ине.
Миҙгеленә, халыҡ һорауына ҡарап, төрлөсә ойошторорға була. Урындағы халыҡ та туризм үҫешенән файҙа алырға өйрәнһә ине. Халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, милли аш-һыуҙар тәҡдим итеү урындарын булдырыу – шуның бер юлы.
Һәр бер маршрутта тауға үрләү ҡаралған. Сөнки тауҙар кешене һынай, бейектән асылған хозурлыҡ бөгөнгө тор-мош ҡиммәттәреңде баһаларға ярҙам итә, унда уйҙар ҙа юғарыраҡ. Бөгөнгө заман кешеһенә тәбиғәткә мөмкин тиклем яҡыныраҡ булырға, ынтылырға кәрәк.
Стәрлетамаҡтағы параплан менән шөғөлләнеүселәр клубы ағзаһы:
– Параплан – әүҙем спорт төрө. Беҙгә башлыса йәштәр, студенттар йөрөй. Ғөмүмән, пассажирҙар өсөн тәғәйенләнгән парапландар спорт-сыларҙыҡына ҡарағанда күпкә хәүефһеҙерәк. Унда осоу өсөн йәш категорияһы сикләнелмәй, ә бына пассажирҙың кәүҙә ауырлығы 130 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Осорға ярамаған һауа торошо була, мәҫәлән, ел секундына 5 метрҙан артырға тейеш түгел. Берәй ғәҙәттән тыш хәл килеп сыға ҡалһа, запас парашют бар.
Беҙ Нарыҫтауға осабыҙ, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Асылыкүл, Ҡандракүл яҡтарына барып, ҡоштар осҡан бейеклектән тороп, тәбиғәттең хозурлығына һоҡланабыҙ – тирә-яҡ йәм-йәшел, ә күл зәп-зәңгәр булып ята. Әйткәндәй, беҙ ҡышҡыһын да осабыҙ, күҙҙең яуын алып торған ап-аҡ донъя – үҙе бер мөғжизә! Торатауҙы бик яратабыҙ, ул бик үҙенсәлекле тау. Елдең төрлө йүнәлешендә лә уңайлы осорға форсат бирә. Унда Рәсәйҙең бөтә тарафтарынан да киләләр.
Парапланда осоу йәнгә рәхәтлек бирә, тынысландырыу көсөнә эйә. Бер осоп ҡараһаң, ул һине һәр ваҡыт үҙенә тартып, зәңгәр күк бейеклегенә әйҙәп тора.
Кеше ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниндәй генә илдәр күрһә лә, күңеле менән һәр ваҡыт тыуған яғына, тәбиғәтенә тартыла, уға ҡарата йылы хистәр йөрөтә. Ожмахҡа тиң еребеҙҙең хуш еҫле болондары, армыт-армыт булып ятҡан тауҙары, кейек-януарға бай урмандарынан ҡәҙерлерәк нимә бар донъяла! Уйлап ҡараһаң, мөғжизәнең уртаһында йәшәйбеҙ түгелме!?