Унда күрше район хужалыҡтары, республиканың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү предприятиелары ҡатнаша.
Инвалидтар һәм өлкән йәштәге кешеләргә йәрминкәлә һатып алған про-дукцияһын өйҙәренә илтеп ҡуйыу өсөн “социаль такси” эшләйәсәк. Аҙыҡ-түлек төркөмөнә ҡарамаған тауар менән сауҙа итеү тыйыла. Ауыл хужалығының киләһе йәрминкәһе 29 сентябрҙә шулай уҡ “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайы майҙанында ойоштороласаҡ.
Көҙ ҡәҙере – емеш-еләктә. Ҡышҡылыҡҡа хәҙерҙән үк әҙерләнә торайыҡ, йәмәғәт.