Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Сентябрь 2018, 14:26

Аталы-уллы баҙҙа тонсоҡҡан

Кушнаренко районындағы баҡсаларҙа бер юлы өс ир баҙҙа тонсоғоп үлгән.

Баҡсаның 87 йәшлек хужаһы баҙҙы киптереү ниәтенән унда утын яндыра һәм ишеген ябып китә. Икенсе көндө уның 38 йәшлек ейәне картуфты баҙға төшөргәндә тонсоғоп, быуыла башлай, уға ярҙамға килгән күршеһе лә тонсоғоуҙан саҡ ҡотолоп, ярҙам саҡыра. Шул арала ейәненә ярҙам итергә баҙға төшкән олатаһы ла тонсоғоп өлгөрә. Уларға ярҙамға ашыҡҡан 38 йәшлек ирҙең атаһы ла һәләк була. Әле тикшереү бара.
Көҙгө уңышты баҙға һалғанда һаҡ булығыҙ, унда һауа сикле булыуы хаҡында онотмағыҙ.
Читайте нас: