Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Сентябрь 2018, 14:19

Леонид Якубовичҡа Стәрлетамаҡтан сәләм!

Стәрлетамаҡ ҡыҙы Олеся Костина “Беренсе канал”да барған легендар шоу – “Мөғжизәләр яланы” уйынында ҡатнашып, еңеүсе булды. Сығарылыштың темаһы “Юрауҙар һәм хөрәфәттәр” тип атала.

Олеся, 3-сө уйын составында уйнап, шунда уҡ бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирҙе һәм финалға сыҡты. Ул финалда ла Леонид Якубович ҡойған һорауҙарға тапҡыр яуап ҡайтарҙы.
Супер уйында Олеся үҙенең йыйылған мәрәйҙәренә смартфон, теген машинаһы һәм мобиль телефон алды. Алып барыусы иһә уға урын-ер ҡаралдыһы комплекты бүләк итте. Бынан тыш, Стәрлетамаҡ ҡыҙы супер уйынға ризалашты һәм унда компьютер отто.
– Мин еңеремә ышандым, сөнки миңә ҙур команда ярҙам итте: дуҫтарым, ғаиләм һәм коллегаларымдың йылыһын тойҙом. Леонид Аркадьевич менән аралашыу бәхете тейгәс, бик шатландым. Ул бик мөләйем, күңелсәк һәм дәртле кеше. Үҙенең шат күңеллелеге менән һәммәбеҙҙе лә дәртләндереп ебәрҙе, – тип бүлеште алған тәьҫораттары менән Олеся уйындан һуң.
Олеся Костина тапшырыуға ҡыҙы менән улын да алып барғайны. Улар күстәнәскә башҡорт балы килтереүе бигерәк тә күңелгә хуш килде. Зирәк ҡатындың тормошо алда ла гел еңеүҙәрҙән генә торһон инде.
Читайте нас: