Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Сентябрь 2018, 15:24

50 меңлек грант – беҙҙә

Стәрлетамаҡ ирекмәндәре проекты иң яҡшылар иҫәбендә.

Тула өлкәһендә “Еңеүҙәргә әҙербеҙ” Бөтә Рәсәй мәғариф форумы үтте, унда Стәрлетамаҡ волонтерҙары ла ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар үҙ-ара аралашып, эш алымдары тураһында һөйләшеп кенә ҡалманы, ә үҙҙәренең проекттарын да конкурсҡа тапшырҙы. Форумды ябыу тантанаһында иң яҡшы проекттарҙы ла билдәләнеләр, унда Мәҙинә Собханғолова етәкселегендә ирекмән Виктория Королева-ның “Супергерой бул” тип аталған проекты 50 меңлек грантҡа лайыҡ булған. Аҡсалата бүләкләнеүгә өлгәшкән был хеҙмәт мәктәп уҡыусылары араһында тарихи уйын ойош-тороуға йүнәлтелгән.
Беҙҙең ҡала ирекмәндәре эш менән дә, проекттар бул-дырып та Рәсәй кимәлендә ба-һалана, тимәк, бар яҡтан да өл-гөрҙәр тигән һүҙ был. Афарин!
Читайте нас: