БР Дәүләт ветеринария күҙәтеүе идараһы бүлеге начальнигы Линар Йыһаншин аңлатыуынса, Федоровка ауылында хужаһыҙ бесәй бер нисә кешене тешләгән, шул иҫәптән, бала-сағаға ла һөжүм иткән. Ауыл буйлап йөрөгән бесәй башҡа хайуандар менән бәйләнешкә ингән.
Ул, бер йорттоң ишек алдына инеп, хужабикәнең ҡулына килеп йәбешә. Бәхеткә ҡаршы, ҡатынды күршеһе ҡотҡара. Бесәйҙе үлтерергә тура килә. Ветеринария станцияһына алып барып тикшергәндән һуң мәхлүктең ҡотороу ауыры йоҡторғанлығы асыҡлана.
Ауырғазы районында ла, планлы профилактик саралар уҙғарғандан һуң, бер бесәйҙә ҡотороу сире билдәләре асыҡланған. Аҫаубаш ауылында бесәй хужаларын тешләй башлаған. Улар хайуанды бер бүлмәгә бикләп, тиҙ генә ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә һалған. Ҡоторған бесәй, шунда уҡ ҡорошҡаҡ тотоп, йән биргән.
Ошо хәлдәргә бәйле ветеринария идаралығы республика халҡын абай булырға саҡыра. Урманға бәшмәккә барғанда тейен, төлкө һәм башҡа йәнлектәрҙән һаҡланырға ҡуша. Хужаһыҙ эттәр һәм бесәйҙәрҙе һыйпарға, ҡулдан ашатырға ярамай, тип кәңәш итә ветеринарҙар.