Уның үҫмер сағы хәтәр йылдарға тура килә. Илгә ябырылған ҡәһәрле һуғыш ғәрәсәте Лутовтар ғаиләһен дә урап үтмәй. 1942 йылда ғаилә башлығы Шәрәфетдин хеҙмәт армияһына алына. Ауылда ир-ат ҡалмай тиерлек. Донъя йөгө алты бала менән ҡалған әсәләре иңенә төшә. Ҡул араһына кергән Разия береһенән-береһе бәләкәй биш туғанын ҡараша.
Күрше Әрмет-Рәхим ауылында Егән йылғаһы буйында электр станцияһы төҙөйҙәр. Ун дүрт йәшлек Разия шунда эшкә йөрөй. Хеҙмәт хаҡы көнөнә бер кило бойҙай менән түләнә. Бер юлы әсәһе ың-ғайына колхозда ла эшләргә тура килә. “Шунда әнкәйгә лә, миңә лә бер хеҙмәт көнө өсөн 200-әр грамм он бирәләр ине”, – тип хәтерләй Разия инәй. – Колхозға тары утарға йөрөйбөҙ, унан китә бойҙай, көнбағыш. Иген һуҡҡанда барабанға көлтә биреп торабыҙ. Игенде төндә һуғабыҙ, шунан ҡайтып та тормайбыҙ – кәбән башында йоҡлайбыҙ”. Разия инәй йәшлек йылдарын иҫләгәндә, әйтерһең дә, барыһы ла кисә генә булған кеүек, күҙҙәре осҡонланып, дәртләнеп китә.
Һуғыш бөткәс, Лутовтар ғаиләһе Түбәнге Әрметтән Строймашҡа килеп төпләнә. Ул ваҡытта Разия 9-сы класты тамамлаған еткән ҡыҙ була. Эвакуация-лау арҡаһында Стәрлетамаҡҡа күсе-релгән “Сода” заводы төҙөлөп ятҡан саҡ, тип хәтерләй уны инәй.
1950 йылда Ғәзиев Хәйҙәрғәли исемле егет менән танышып, кейәүгә сыға. Тәүге улдары тыуғас, Разия “Авангард” заводына лаборант булып урынлаша һәм 33 йыл ошо заводта лаборант, аппаратсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Һуғыш ваҡытында колхозда эшләгән йылдары менән бергә дөйөм хеҙмәт стажы – 46 йыл!
“Авангард” заводына Строймаштан йөрөп эшләй Разия. “Төшкө ял ваҡытында ҡайтып, бер сәғәт эсендә һигеҙ айлыҡ баланы имеҙеп килә инем. Нишләйһең инде, элек балалар баҡсаһы юҡ ине бит”, – тип йылмая ул.
Ғәзиевтар Хәлил, Фәнил, Наил исемле өс ул үҫтерә. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, өйҙәре янып, көл-күмергә ҡала. Шунлыҡтан улар 1976 йылда ғаиләһе менән Стәрлетамаҡтың үҙенә күсеп килә. Алты йыл үткәс, 56 йәшендә ире Хәйҙәрғәли донъя ҡуя.
“Ирем бик аҡыллы кеше булды. Һәр ваҡыт яуаплы урындарҙа эшләне. Улдарым да тырыш, аҡыллы. Фәнил менән Наил Строймашта үҙ йорто менән йәшәй. Хәлил Нефтекама ҡалаһында төпләнде. Улдарым өсөһө лә нефть институтын тамамланы. Улар яуаплы урындарҙа эшләне. Килендәрҙән дә уңдым. Балаларымдың балалары ла ярҙамлашып тора, – тип, Разия инәй һөйөнөп бөтә алмай. – Санкт-Петербургта уҡып йөрөгән ейәнем дә: “Нәнәй, хәлең нисек?” – тип, шылтыратып һорашып ҡына тора.
Йәштәргә биргеһеҙ көр күңелле был инәйгә һис тә 90 йәш бирерлек түгел. Донъяһы ла ялт итеп тора. Бәйләм бәйләргә, сигеү сигергә лә, теген эшенә лә оҫта икән ул. Бер минут та тик ултырмай, әле булһа йөн иләп, улдарына, балаларына ойоҡбаштар бәйләй, уның араһында китап, гәзит-журнал уҡып алырға ла ярата. “Ашҡаҙар” гәзитен бик күп йылдар алдырам. Бер битен дә ҡалдырмай, яратып уҡыйым”, – ти инәй.
Эшкә уңған, теремек, һис тә төҫ ташламаған инәй үҙен ипле, тыйнаҡ тотошо, шул уҡ ваҡытта йор һүҙлелеге, зирәклеге менән һоҡландырҙы.
Разия инәй үҙен бик бәхетле итеп тоя, барыһына ла ҡәнәғәт. “Юлымда гел яҡшы кешеләр генә осрап торҙо”, – ти ул һөйөнөп.
Кешене бер күреүҙән белеп була, тиҙәр бит. Разия инәй ҙә шулай – тәү күреүҙән үк күңелгә ятты. Бер кемде лә яманлап һөйләмәҫ, уйҙары менән дә, ҡылған ғәмәлдәре менән дә яҡшы кеше икәнлеге күренеп тора.
Аҡыллы кешеләр оҙаҡ йәшәй, тиҙәр. Һәр хәлдә оҙон ғүмерле, йәш һәм матур булып ҡалыу дөрөҫ йәшәүҙән, дөрөҫ уйлай белеүҙән киләлер, тим.