Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Сентябрь 2018, 15:28

Проспект хәүефһеҙ ҙә ул...

Ҡала уртаһында, Ленин проспекты буйлап, көн дә тиерлек хәрәкәт итәбеҙ, унда фажиғә яһарлыҡ урын да юҡ кеүек. Үткәүелдәр йыраҡтан күренеп тора, тиҙлек арттырыусыларҙың юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән камералар урынлаштырылған, светофорҙар эшләй. Шулай ҙа ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғалары барыбер булып тора. Һуңғыһында өс кешенең ғүмере өҙөлдө.

Авария Никах теркәү һарайы эргәһендә була. “Лада Калина”, “Форд Фокус” һәм “Мазда” автомобилдәре бәрелеше һөҙөмтәһендә ике кеше урында уҡ йән бирә, өсөнсөһөнөң ғүмере өсөн табиптар көрәшә, әммә ул да үлә. Ваҡиғаға шаһит булыусылар “Мазда” автомобиленең ҙур тиҙлектә барып, башта юл ыңғайы барған “Форд”ты, аҙаҡ ҡаршыға килгән “Лада Калина”ны төкөтөүе тураһында һөйләй. Нәҡ такси (“Лада Калина”) руле артында булған ҡатын кеше, уның пассажиры урында йән бирә лә инде. “Мазда”лағы тиҙлек яратыусыны дауаханаға оҙаталар.
Йыш ҡына бындай фажиғәләр иҫерек водителдәр арҡаһында килеп сыға, әммә был юлы авария сәбәпсеһе айныҡ булған, ул ҙур тиҙлектә барып, үҙенән алда барған машина артына туҡтап өлгөрмәй һәм ҡапыл тормозға баҫа, автомобилде ҡаршы яҡҡа ташлай. Нисек кенә булмаһын, уға ҙур тиҙлек йыйыу кәрәк инеме? Ул кисте өс кеше ғаиләләренә әйләнеп ҡайта алманы...
Һуңғы арала автомобилдәргә бәйле ҡурҡыныс хәбәрҙәр көн һайын ишетелеп тора. Мәҫәлән, күптән түгел генә Стәрле-тамаҡтың 27 йәшлек егете иҫерек килеш 15-се маркалы “Лада”ла Ишембай районында автомобилде түңкәрә, 39 йәшлек пассажир ҡатындың ғүмере өҙөлә. Унан алда Октябрь проспектында 39 йәшлек йәйәүле ир светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә үтергә була һәм ваз 2114 машинаһы тәгәрмәстәре аҫтында ҡала. Ир дауаханала йән бирә.
Юлдарҙы хәүефһеҙерәк итеү буйынса ҙур-ҙур эштәр башҡарыла. Әммә үҙебеҙ хәүефһеҙ йөрөй башлағансы ул юлдарҙа хәүефһеҙлек булырмы?..
Читайте нас: