Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Октябрь 2018, 14:50

“Аҡҡош күле”нә килегеҙ!

Ашҡаҙар аръяғы биҫтәһендә ҡала халҡы өсөн яңы ял итеү урыны асылды. Ул “Аҡҡош күле” тип атала. Уны асыу тантанаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Владимир Куликов та ҡатнашты.

Ял итеү биләмәһендә бәләкәй генә күл бар. Уның тирә-яғы төҙөкләндерелеп, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Йәйәүлеләр юлына ҡырсынташ түшәп, тирә-яҡтың йәмен боҙоп ултырған ҡороған ағастарҙы ҡырҡып, йыйыштырып та ҡуйғандар. Шулай уҡ күл буйына урынлаштырылған аҡҡош һыны ла үҙенә йәлеп итеп тора. Әйткәндәй, төҙөкләндереү эштәре бюджеттан тыш аҡсаға башҡарылған.
Ял итеү урыны матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, күл янынан урманлыҡ башлана, һауаһы таҙа, ҡоштар һайрай, үҙеңде әкиәт донъяһындағылай хис итәһең. “Аҡҡош күле” биҫтә ситендә, Емельянов урамына яҡын урынлашҡан. Бындағы сихрилыҡты яҙып ҡына бөтөрөрлөк түгел, үҙегеҙ килеп күрегеҙ.
Читайте нас: