Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Октябрь 2018, 17:52

Батырлыҡ һәм талант талап иткән һөнәр

Һәр кеше сәйәхәт итергә төрлө илдәрҙе һайлап, ундағы тормошто, йәшәйеште күрергә, диңгеҙҙәре, йылғаларында һыу инеп ял итергә теләй. Иң тәүге төплө сәйәхәтте шулай ҙа беҙ география дәресендә башлайбыҙҙыр. Ҡайҙа кемдәр йәшәүе, ундағы климат шарттары, тәбиғәт байлыҡтары картала яҙылмаған, әммә ҡайҙа ғына төртһәң дә географтарҙың әйтер һүҙе, һөйләп үтер мәғлүмәте бар. Стәрлетамаҡтың 20-се мәктәбендә 10 йыл өҙлөкһөҙ ошо фәнде балаларға өйрәтеүсе Римма Әсҡәт ҡыҙы ЖДАНОВА ла шулай.

Урманда аҙашһаң нимә эшләргә, ҡайһы илгә ниндәй кейемдәр әҙерләп барырға? Замана балалары үҙенсә, әлбиттә, һәр һорауға ла яуап таба: аҙашһаң навигатор бар, сит илгә барыр алдынан да уның тураһында мәғлүмәтте интернеттан ҡарап белеп була. Шуға ла төплө белемдәр менән генә йәш быуындың иғтибарын йәлеп итеп бул-май. Шунлыҡтан үҙенсәлекле алымдар ҡулланып, күпселек осраҡта дәресте тормош менән бәйләргә тура килә. Уның етәкселегендә уҡыусыларҙың төп дәүләт имтихандарында алған һөҙөмтәләр, ҡала этаптарында олимпиадаларҙа һәм
ғилми тикшеренеүҙәрҙәге еңеүҙәр был алымдарҙың уңышлы булыуын күрһәтә.
– Һәр кем сәйәхәт итергә теләй, мәҫәлән, үҙем дә Австралияла, Венецияла булырға теләр инем. Балаларҙың күптәре сит илдә, Башҡортостандың төрлө урындарында булып ҡайталар, тап ошо сәйәхәттәрҙә алынған мәғлүмәттәр буйынса ла фәндәрҙе өйрәнәбеҙ. Шулай ҙа, иң мөһиме, карталарҙы уҡый белергә кәрәк, сөнки имтихандарҙы уңышлы тапшырыу һәм һорауҙарға яуаптар табырға 70 процентлыҡ ярҙам ул, – ти географ балаларҙы уҡытыу тураһында.
Уҡытыусы үҙе лә һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә һынатмай, 25 йыллыҡ мөғәллимлек тәжрибәһен “Йыл уҡытыусыһы” конкурстарында файҙалана һәм 2017 йылда конкурстың ҡала этабында абсолют еңеүсе һәм Республика этабында финалға сыға.
– Конкурста еңеү өсөн батырлыҡ кәрәктер, сөнки беҙҙең уҡытыусылар баҫалҡы һәм эшен күрһәтеп бармай, ә уларҙа шундай тәжрибә һәм талант! Ҡалала шәп уҡытыусылар, яңы ҡарашлы йәштәр бар, улар артабан да эште алып барасағына һәм һынатмаясағына ышанам, – тип фекере менән уртаҡлашты ул был бәйгеләр хаҡында һәм һүҙен йәнә төп эшенә күсерҙе. – Беҙҙең эш – балаларға белем биреү, шуға ла улар өсөн – лидер ҙа булырға, эшкә йүнәлтә белергә лә кәрәк, ә быларҙы эшеңде яратҡанда ғына атҡарып сығырға мөмкин, – тине.
Әйтелгәндәргә өҫтәп шуны билдәләге килә: уҡытыусы эшендә, иң мөһиме, батырлыҡтыр, сөнки шаулап-гөрлөп килеп ингән 20-25 баланы тынысландырып, дәрескә ултыртыу һәр кемдең дә ҡулынан килерлек эш түгел. Ә бына уларға тағы ла белем биреү, изге уйҙарға өйрәтеү өсөн талант та кәрәк.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы грамоталары, БР-ҙың мәғариф отличнигы исеме менән билдәләнгән Римма Жданованың хеҙмәте күптән түгел йәнә баһаланды. Ул республиканың мәғариф программаларын бойомға ашырыусы иң яҡшы уҡытыусы рәтенә ингән, уға һәм тағы ла 32 уҡытыусыға 200 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәтелә.
Хеҙмәтегеҙ һәм тормошоғоҙ шулай еңеүҙәрҙән генә торһон, Римма Әсҡәт ҡыҙы!
Читайте нас: