Ашҡаҙар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Октябрь 2018, 15:03

Белем биреүсе лә, тоғро дуҫ та ул

Уҡытыусы эшенә илһамды һәм моңдо тормоштоң үҙенән ала. Ул бар булмышы менән эске донъяһына ғына күмелеп ҡалмай, ә үҙ тәжрибәһен, белемен, емештәрен уҡыусылары менән бүлешә, киләсәк тормошҡа аяҡ баҫыр өсөн ҡанаттарын нығытыуға ҙур көс һала.

Уҡыу йылдарын тик йылы хистәр менән генә иҫкә алам. Уҡытыусыларыбыҙҙың һәр береһе уҡыусыһына ышаныслы дуҫ та, тоғро кәңәшсе лә, белем биреүсе уҡытыусы ла булып өлгөрәләр ине.
Уҡытыусылар эш урынында тәжрибәле педагог булһалар, ғаиләләрендә – егәрле һәм яратҡан атай-әсәй. Шулай уҡ уҡыусыларына көслө терәк тә булып тора. Юҡҡа ғына “уҡытыусының ике ғаиләһе була, береһе – үҙ өйөндә, икенсеһе – эш урынында”, тип әйтмәйҙәрҙер. Уларҙың ике ғаиләлә лә биләгән ролдәре шаҡтай ҙур.
Бөгөнгө көндә күпте белеү генә түгел, ә заман менән бергә атлау, һәр бер дәресте фәһемле һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн бар тырышлығын һала улар. Интернет, компьютер осоронда уҡытыусы алдында яңы киңлектәр генә түгел, ә өр-яңы ҡаршылыҡтар осрай һәм төрлө мәсьәләләр килеп тыуа. Интернет киңлектәрендә һаҡ булыу, тик мөһим мәғлүмәткә иғтибар бүлеү, ҡағыҙ баҫмаларға ҡыҙыҡһыныу уятыу... уҡытыусылар өсөн был тик өҫкө ҡатламда ғына ятҡан заман мәсьәләләре. Замана технологиялары алға барған һайын уҡытыусыға меңәрләгән өҫтәмә эш йөкмәтелә.
Ғилемдең тәмен тойорға, белем тауҙарына үрләргә генә өйрәтеп ҡалмай улар. Әҙәп-әхләҡ ҡанундарын, ысын кеше булып формалашыуға булышлыҡ итеүсе мөһим хис-тойғоларҙың орлоҡтарын йө-рәгебеҙ түренә сәсә, һәм көн дә, йылдар әйләнәһенә, ошо баҡсаларҙағы үҫентеләрҙе иркәләп-наҙлап үҫтереп, гөл-сәскәгә күмә.
Уҡытыусылар беҙҙе көслө һәм бай рухлы, тапҡыр һәм йор һүҙле, ныҡышмал һәм маҡсатына ынтылыусан ке-ше булырға өйрәтә. Ә беҙ, уҡыусылар, улар өсөн тик саф тойғолар һәм эскерһеҙ мөхәббәт менән тулы ижад шишмәһе булырға бурыслыбыҙ.
Барлыҡ уҡытыусыларға ижади бейеклектәр, ныҡлы сәләмәтлек һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Читайте нас: