Һәләк булыусылар һәм йәрәхәт алыусылар юҡ.
24 сентябрҙә Г. Рутман исемендәге урамда бер мунса янып киткән. Сәбәбе – йылытыу мейесен ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.
24 сентябрҙә Ленин проспектындағы бер фатирҙа һүндерелмәй ҡалған тәмәке төпсөгөнән ут сыҡҡан.
25 сентябрҙә баҙар янындағы һатыу итеү палаткаһы (Тыныслыҡ урамы, 2/2) янған. Әле сәбәбе асыҡлана, тикшереү бара.
28 сентябрҙә Тимер юл урамында «Москвич 2141» мар-калы еңел автомобиль янып киткән. Әлеге ваҡытта тикшереү бара.
30 сентябрҙә Артем урамында 93-сө йортта электр бүлеү щитында ут сыҡҡан. Янғындың сәбәбе – һыу үтеү арҡаһында ҡыҫҡа ялғаныш барлыҡҡа килгән.
Йыл башынан ҡалала йәмғеһе 131 янғын булған, 10 кеше зыян күргән, 2 кеше һәләк булған. Үткән йыл ошо осорҙа ҡалала 134 янғын булғайны, 19 кеше зыян күргән, бер кеше һәләк булған.