Әйткәндәй, былтыр Башҡортостан буйынса диктант яҙыусыларҙың иң күбе Стәрлетамаҡта булған: 6 майҙансыҡта 6006 кеше диктант яҙған.
Быйыл географик диктант барлыҡ мәктәптәр-ҙә лә ойоштороласаҡ. Был турала тулыраҡ мәғлүмәтте сара сайтының https://dictant.rgo.ru/ картаһында алырға мөмкин.
3 октябрҙән башлап ҡала мәғариф бүлеге, мәғлүмәт-методика үҙәге һәм Рус география йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ бүлексәһе диктантҡа әҙерлек дәрестәре ойоштора. Дәрестәр һәр шар-шамбыла 10-сы мәктәптә (Волочаевский урамы, 15А, тел.: 43-37-05) 18.00 сәғәттә башлана.
Диктантта ҡатнашырға теләүселәрҙе әҙерлек дәрестәрендә көтөп ҡалабыҙ.