Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Октябрь 2018, 12:50

МИЛЛӘТЕНӘ ХЕҘМӘТ ИТӘ ҠУСТЫМ

Ниязбай СӘЛИМОВ. Был республикала киң билдәле исем. Ниязбай Булатбай улы үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте, ижады, бөтә йәшәйеше менән халҡыбыҙҙың яҙмышын ҡайғыртып йәшәй. Йәш кенә сағынан алып, бөгөн, алты тиҫтәһен тултырған көнөнә тиклем ул башҡорт халҡының теле, белеме, мәҙәниәте үҫешһен тип көс түгә. Ошондай абруйлы шәхестең ағаһы булыуы менән ғорурланам.

Уның йәшлек сағы Стәрлетамаҡ ҡалаһына бәйле. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамланы Ниязбай ҡустым. Студент йылдарында уҡыуҙа тырышлыҡ күрһәтте, йәмғиәт эштәрендә лә һәр саҡ әүҙем ине. Улай ғына ла түгел, ғилми хеҙмәт менән шөғөлләнеп, үҙен семинарҙарҙа, конференцияларҙа йәш ғалим итеп танытты. Ошо тырышлығын, ныҡышмалығын күреп, уны артабан аспирантураға саҡырҙылар, әммә Нияз Сәлимов оло хеҙмәт юлын башҡа йүнәлештән башланы. Тыуған ауылы Ғафури районы Йөҙимән ауылында һәм Яугилделә мәктәп директоры булды. Шуға уны яҙмышы артабан башҡа юлдан алып китһә, Нияз күңелендә һәр саҡ уҡытыусы булып ҡала. Уның уҡытыусыларға булған иғтибарлығы, хөрмәте үҙе мәктәптән китһә лә бер ҡасан да һыуынмай.
Нияз ҡустым уҡытыусы булараҡ башлаһа ла, артабан хеҙмәт юлын журналистикала дауам итә. Башта район гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары, “Ленинсы” гәзите, “Йәшлек” гәзитенең төп ойоштороусыларының береһе һәм баш мөхәррире, “Башҡортостан” гәзите баш мөхәррире. Әлбиттә, был эштәр-вазифаларҙы бер һөйләм менән генә һанап үтәм, әммә уларҙың мәғәнәһендә күпме түгелгән көс ята, ә ошо бурыстарҙы атҡарғанда халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәт тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Республиканың Президент Аппаратында эшләгәндә лә ул үҙенең публицистик мәҡәләләре, һүрәтләмәләре менән йыш сығыш яһаны. Әлеге көндә йәнә башҡа өлкәлә эшләһә лә, журналист булараҡ, байтаҡ мәҡәләләр авторы булып ҡала.
...Шуныһы һөйөнөслө: Нияз ҡустым менән икебеҙҙә лә ижад ҡаны аға. Икебеҙ ҙә – шағир. Ул да, мин дә шиғриәтебеҙҙә тыуған еребеҙгә, халҡыбыҙға, йәшәйешебеҙгә дан йырлайбыҙ. Рухташ та беҙ, фекерҙәш тә, ижадташ та!
Нияз ҡустымдың фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн алған исемдәрен теҙеп китһәң, ҙур исемлек тупларға була. Иң мөһиме, уның хеҙмәтен уҡыусылары, гәзит уҡыусылар, милләттәштәре юғары баһалай.
Яҙылғандарҙың күбеһе йәмғиәткә таныш, әммә уның бер туған ағаһына таныш яҡтары, бала саҡ хәтирәләре хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп үтке килә. Нияз ҡустым бер яҡтан ябай ғына бер башҡорт малайы ине, тик
иғтибар итһәң, ул бала сағынан уҡ тырыш булды, яуаплы ине. Өйҙә ниндәйҙер темаға әңгәмә ҡорһаҡ, һәр саҡ үҙ фекерен әйтә, бәхәскә инә. Унда кескәй генә сағынан етди шәхес тәрбиәләнгәнен дәлилләп бер миҫал килтерәм: үҫмерҙе колхозда бригадир ярҙамсыһы итеп ҡуйҙылар бер заман. Дөрөҫөн әйткәндә, ундай ышанысты ҡайһы бер оло ағайҙарға ла тапшырмайҙар ине. Бына шулай бала сағынан уҡ шәхес булып нығынды Нияз ҡустым. Ошо күренештә, әлбиттә, өйҙә булған тәрбиә ҙур роль уйнаны...
Нияз ҡустыма шәхсән дә әйтә киләм. Бөгөн иһә “Ашҡаҙар” гәзите аша уға рәхмәтемде белгерткем килә. Был һүҙҙәрҙе ағаһы булараҡ ҡына түгел, күптәр исеменән еткерәм. Рәхмәт һиңә, Нияз ҡустым, шундай яҡты һәм матур тормошоң, халыҡ алдында күрһәткән хеҙмәттәрең өсөн. Артабан да ижад ҡеүәте, яҡты уйҙарың ташлап китмәһен!
НИЯЗБАЙ ТУҒАНЫМА
Ашығабыҙ ҡай саҡ юл сатында,
Саҡырып торғас күңел моңдарың.
Оҙатһын һеҙҙе уңған юлдар ғына,
Тормош яҙһын йылдар томдарын.
Берҙән - берҙең һаҡлауында йәшәп,
Күңел тыныслығын һаҡлаһаҡ,
Онотолор күргән ауырлыҡтар,
Киләсәккә төбәп атлаһаҡ.
Хозур донъя йырлы булмаҫ ине,
Үткәндәрҙе иҫкә алмаһаҡ.
Аллабыҙҙың ризалығы булмаҫ,
Бер-беребеҙгә тоғро ҡалмаһаҡ.
Был донъяның ҡәҙер-хөрмәтендә
Тигеҙлектә яҙһын йәшәргә,
Бала-ейән шатлыҡтарын күреп,
Мең йәшәргә, йөҙҙә – йәшнәргә.
Нығытайыҡ ҡалған һаулыҡтарҙы,
Эс бошорға ваҡыт ҡалмаһын.
Юҡ-бар сиргә генә бирешмә(ә)ле,
Йөрәгеңдең көсө талмаһын.
Хөрмәтлеләр беҙҙе хөрмәтләй бит!
“Уңған егеттәр!” – тип ишеттем,
Яугилделә Ҡолош һыуын эскән
Иң шәп егет данын иш ит һин.
Кәрим БУЛАТ.
Читайте нас: