Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Октябрь 2018, 13:28

120 тонна картуф һатылды.

“Стәрлетамаҡ-Арена” алдындағы ауыл хужалығы тауарҙарына нигеҙләнгән йәрминкә был юлы ла әүҙем үтте. Үткән шәмбе йәрминкәһе алдағыларынан тауарҙың төрө һәм түбәнерәк булған хаҡтар менән айырылды. Быны ауыл кешеһенең уңышын йыйып бөтөүе һәм баҙарҙа ауыл хужалығы тауарҙарының күбәйеүе менән аңлатырға булалыр. Был юлы үҙ продукцияһын башлыса Стәрлетамаҡ районы етештереүселәре тәҡдим итте.

Әйткәндәй, көҙгө уңыш тауарҙары ҡала халҡы өсөн генә түгел, тирә-яҡтағы район халҡы өсөн дә хуш килгән. Сөнки бында тауарҙы һатыу өсөн генә түгел, һатып алыу өсөн дә ҡала халҡы менән бер рәттән райондарҙан да киләләр. Тимәк, тауар ғына түгел, хаҡтар ҙа “тәмле”. Тоҡлап-тоҡлап килгән картуф, һуған, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтәгә ҡарап, ҡайһылай ишелеп уңған, тип әйтергә булалыр, ул ғына түгел, йәшелсә менән бер рәттән бал да, май ҙа, емеш ағастары, ҡыуаҡтар, ит тә һатып алырға була ине.
Арзан хаҡтарға килгәндә, йәрминкәлә картуфтың ки-лограмын хатта ете һумға тәҡдим иттеләр. Әллә хаҡ килеште, әллә картуф, “икенсе икмәк”тең 120 тоннаһы һатылды, шулай уҡ 48 тонна йәшелсә һәм 8 тонна иттән запас туплап ҡуйҙы стәрлетамаҡтар.
Һүҙ – һатыусыларға һәм һатып алыусыларға
Рөстәм ҠӘЙҮПОВ, Стәрлебаш районы:
– Бындай баҙар бик шәп, әлегәсә күбеһенсә Салауат ҡалаһында ҡатнаша торғайныҡ, ҙурыраҡ ҡалала бындай мөмкинлек булғас, ситтә ҡалманыҡ. Иң мөһиме: иртәрәк килеп урын ала һалырға кәрәк, мин бөгөн сәғәт 6-ла уҡ килеп торҙом. Стәрлебаш районы Ямғырса ауылында үҫкән картуф, көнбағыш, көнбағыш майын алып килдем һатырға. Халыҡ яратып һатып ала.
Мария СМИРНОВА, Миәкә районы:
– Миәкә районының йәшелсәләре, бәшмәктәрен йыйып алып килдем. Бәшмәктәрҙе йыйып, банкаларҙа ҡышҡыллыҡа әҙерләнгәндәрен дә һатам, бына сейә, алма ҡаҡтары ла тәмле килеп сыҡты, уларҙы ла алып килдем.
Виктор КОРОП, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
– Көҙ – ул уңыш алыу ғына түгел, киләһе йылға әҙерлек осоро ла. Һутлы ағастар ултыртыу осоро әле. Эргәбеҙҙә алма, груша һәм башҡа емеш-еләк ағастарын, ҡыуаҡтарын һаталар, ә беҙ үҙебеҙ виноград үҫтерергә яратабыҙ, әле ҡала шарттарында яҡшы уңыш биргән сортлы үҫентеләрҙе һатыуға сығарҙыҡ. Баҙар шәп бара.
Радик ХИСМӘТУЛЛИН, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
– Магазинда хаҡтар ҡиммәт, етмәһә, тауарҙың сифаты шикләндерә. Ә бында иһә кеше үҙ баҡсаһында, һарайында үҫтергән һәм етештергән продукция һатыла. Шуға ҡышҡылыҡҡа запасты һәр саҡ йәрминкәләрҙән генә туплайым. Бөгөн өс тоҡ картуф һәм алты банка бал алдым.
Читайте нас: