Был матурлыҡты ололар ғына түгел, кескәйҙәр ҙә күрә белә. 49-сы балалар баҡсаһында ошо сихри миҙгелгә арналған “Көҙ” байрамы үтте. Сара балаларҙа тәбиғәттә булған үҙгәрештәр менән таныштырыу, уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, тирә-яҡ мөхиткә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ойошторолдо.
Байрамға әҙерлек алдан баш-ланды. Балалар, тәү сиратта, ағас-тарҙағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеп, тәбиғәт ҡосағынан һары япраҡ-тар, тәбиғи материалдар йыйып килтерҙеләр. Һуңынан уларҙан төрлө уйынсыҡтар, һындар эшләнек. Кескәйҙәр тәбиғәттәге матурлыҡты хатта үҙҙәренең һүрәттәрендә лә сағылдырҙы. Улар хайуандар донъяһындағы үҙгәрештәр менән дә танышты.
Ә байрамда балалар матур-матур йырҙар йырлап, көҙгә арналған шиғырҙар һөйләне. Ҡу-наҡҡа килгән “Көҙһылыу” менән бергәләп кескәйҙәр “Япраҡтар”, “Сатырҙар” бейеүен бейеп, кү-ңелле уйындар уйнап кинәнде.
Байрам һуңында “Көҙһылыу” үҙе менән алып килгән көҙгө уңыш – тәмле алмалар таратып, балаларҙы ҡыуандырҙы.