Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Октябрь 2018, 13:21

Кескәйҙәр илендә ололарҙар үҙеңде

Өлкән быуын вәкилдәрен ҡәҙерләү, хөрмәт итеү беҙҙең башҡорт халҡында изге йола, борон-борондан килгән ғөрөф-ғәҙәт, әхләҡи тәрбиәнең билдәһе. Был йоланы ҡаланың 62-cе балалар баҡсаһында яҡшы беләләр.

Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөндә быйыл да өлкән быуын тәрбиәселәрҙе ҡотлау тантанаһы булып үтте. Мөләйем йылмайып, ҡунаҡтарҙы өлкән тәрбиәсе Зимфира Ибраҡова ҡаршы алды, ә йыр-моң бүлмәһендә Лилиә Үркенбаева менән Зилиә Насырова алып барған концерт программаһы байрам кәйефен тағы ла күтәреп ебәрҙе.
Хаҡлы ялдағы тәрбиәселәр, ветерандар кескәйҙәрҙең сығыштарын ҡыуанып та, тул-ҡынланып та ҡабул итте. 6-сы төркөм балалары башҡарыуында “Башҡортостан” музыкаль ком-позицияһы, 11-се төркөмдөң “Дуҫлыҡ” бейеүе өлкәндәргә бик тә оҡшаны. Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнә йөрөгән балаларҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәре лә, әлбиттә, ҡыуандырмай ҡалманы.
“Йәшмәләр” фольклор ан-самбленең “Һылыу ҡыҙҙар”, “Айҙар ғынайым” йырҙары ҡунаҡтарҙың күңелен күтәрһә, сибәр, һомғол кәүҙәле йәш хеҙмәткәрҙәрҙең “Ҡымыҙ” бе-
йеүе шундай һоҡландырғыс ине. Әлфинә Ильясова етәк-селегендәге үҙешмәкәр театр коллективы башҡарыуында “Шалҡан” әкиәте үҙенсәлек-лелеге, ролдәрҙе килештереп башҡарыуҙары менән өлкән-дәрҙе баласаҡ иленә алып ҡайтты.
Байрамды алып барыу-сыларҙың ҡотлауҙары, уйын-дары, йомаҡтары, ә Әлиә Бирҙеғолованың моңло йыры береһен дә битараф ҡалдырма-ны. Күңелле концерттан һуң хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ донъя хәбәрҙәрен, хәлдәрен белешә-белешә, үткәндәрен иҫкә тө-шөрөп, бүләктәр бирешеп, тәм-ләп сәй эсеп кинәнде.
“Инде нисәмә йылдар буйы беҙҙе ҡайғыртып, ололап саҡырып, онотмауығыҙ өсөн бөтә балалар баҡсаһының хеҙ-мәткәрҙәренә, бигерәк тә, Зимфира Рәил ҡыҙы, һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ”, – тине хушлашҡанда иң оло ағинәйебеҙ Таңһылыу Мансур ҡыҙы Хәлитова. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә оло быуынға ҡарата хөрмәттең сағылыуы мөһим!
Читайте нас: