Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Октябрь 2018, 10:19

Кем һин, йәйәүле Мәхмүт?

Салауат ТАЙМАҪОВ – башҡорт халҡының тарихта тәрән эҙ ҡалдырған арҙаҡлы шәхестәре, батырҙары, яугирҙәре тормошон өйрәнеүсе тарихсы ғалим. Автор Рәсәйҙең төрлө ҡалаларындағы архивтарҙа эҙләнеп, тарихи ваҡиғаларҙы ғына түгел, ошо шәхестәрҙең халыҡҡа билдәле булмаған яҡтарын да аса. Бөгөн уның яҙмаларынан, халыҡ араһында киң таралған “Йәйәүле Мәхмүт” легендаһына бәйле өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

...1755 йылғы ихтилал Рәсәйҙәге социаль-сәйәси хәрәкәттәр тарихында үҙенең һөҙөмтәләре һәм әһәмиәте буйынса мөһим ваҡиғаларҙың береһе булып тора. Ошо ихтилалдан һуң Батша хөкүмәте үҙ граждандарының дин тотоу иреклегенә туранан-тура ҡаршы төшөүҙән баш тартырға мәжбүр була. Сөнки был тыйыу ихтилалдың төп сәбәптәренең береһен тәшкил итә.
Ошо ваҡиғаларға бәйле, ХVIII быуаттағы ихтилалда ҡатнашыусыларҙың береһенә ҡағылышлы ғәжәп тарихты килтерәм. 1921 йылда башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын йыйыусы, фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов Мәхмүт сәсән тураһында риүәйәт яҙып алған. Ә 1966 йылда Баймаҡ районында ҡурайсы Мәхмүт тураһында “Йәйәүле Мәхмүт” һәм “Ҡара туры айғыр” исемле ике легенда яҙып алынған. Был легендалар йөкмәткеһе буйынса бер-береһенән ныҡ айырыла, әммә икеһе лә берҙәй үк, кеше ышанмаҫтай. “Йәйәүле Мәхмүт”тәге герой бала сағынан урыҫ батшаһын күрергә хыяллана һәм Петербургка юллана. Ярлы егет, имеш, унан байығып, батша бүләк иткән өс ҡара ат егелгән “тройкала” ҡайтып инә. “Ҡара туры айғыр”ҙа Мәхмүт баш ҡаланан полковник чинында ям атында әйләнеп ҡайта. Көнсөлдәрҙең хөсөтө арҡаһында ике Мәхмүттең дә яҙмышы күңелһеҙ тамамлана. Береһе һалдатҡа оҙатыла, икенсеһе һөргөнгә ебәрелә һәм шунда ағыуланып үлтерелә. Билдәле булыуынса, легендалар ерле юҡтан килеп сыҡмай. Шулай булғас, һорау тыуа: кем булған һуң ул йәйәүле Мәхмүт?
Минең ҡарашҡа, был һорауға Ырымбур өлкә архивында һаҡланған документтар яуап бирә. Был документтарға ярашлы, таш юныусы Иван Брагинды үлтереүҙә ҡатнашыуҙа шик тыуҙырған Бөрйән улусы (волосы) башҡорто Мәхмүт Йәрмәковты (1721 йылғы) 1755 йылдың 16 октябрендә ҡамсы менән һуғып, туғаны Сураҡай Айсин (1717 йылғы) менән остзей полктарына һалдатҡа оҙаталар. Тик Риганан ҡасып, йәйәүләп Уралға ҡайтып етә. Ләкин уны бында 1761 йылдың 25 авгусында тотоп алалар һәм Кронштадт гарнизонына һалдатҡа оҙаталар. 1762 йылдың яҙында, Мәхмүт амуницияһын ташлап, йәнә ҡаса.
Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан аша йәйәүләп яңынан тыуған яғына әйләнеп ҡайтып етә. Бер аҙ ваҡыт йәйгелеккә буш ҡалдырылған башҡорт ауылдарында йәшәй. Яңынан ҡулға алыныуҙан ҡасып, Мәхмүт легалләшергә була. Үҙен ҡаҙаҡ әсире тигән һылтау менән, бер-нисә көндән киренән әйләнеп ҡайтыр өсөн ул, өс атта йәшенеп кенә ҡаҙаҡ далаларына барып сығырға уйлай.
Әммә 23 сентябрҙә сик һыҙығын үткәс, уны һаҡсы дозор тотоп ала. Мәхмүт йәйәнән ҡаршы атып ҡотолорға уйлай, ләкин тирә-яҡтан уратып алынғанлыҡтан, ул бирелергә мәжбүр була. Ырымбур төрмәһендә уны, төҙәлмәҫ енәйәтсе тип, ҡаты яза көтә. Шул саҡта Мәхмүт ауыр язанан ҡотолоу юлын эҙләй һәм суҡынырға теләк белдерә. 1743 йылдың 20 декабрендәге Хөкүмәт указына ярашлы, хөкөмгә тарттырылған “башҡа диндәге кеше”ләр (“иноверцы”), православие динен ҡабул иткән осраҡта, ярлыҡауға иҫәп тота алған. Оҙаҡламай Михаил Леонтьев исемен алған Мәхмүт Йәрмәков бығауҙа һәм һаҡ аҫтында йәнә Балтиҡ диңгеҙендәге остзей полктарына оҙатыла. Мәхмүттең Уңғар ауылында старшина, тархан Туған Көсөкөв һәм Өмөт ауылынан сотник Өмөт Йәнекәев тигән туғандары була, улар 1755 йылда Ырымбур төрмәһендә үлә. (ГАОО.Ф.З. Оп. 1.Д.65. Л. 494-495; 569-572). Өмөт ауылы Талҡаҫ күле тирәләй урынлашҡан хәҙерге Назар, Мостай һәм Иһән ауылдарына ҡәрҙәш булып тора.
Мәхмүт Йәрмәковтың батырлығы быуаттар төпкөлөндә юғалып ҡалған, әммә, халыҡта телдән-телгә күсә килгән “йәйәүле Мәхмүт” ҡушаматлы фольклор персонажына ҡарағанда шаҡтай күберәк ерҙе – әҙәм ышамаҫтай меңәрләгән саҡырым араларҙы йәйәүләп тап ул үткән.
Роза Сафина тәржемәһе.
Читайте нас в