Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Октябрь 2018, 10:44

Мөхәббәт ғәйепле түгел

...Әле кеҫә телефонының ныҡлап модаға инә башлаған сағы. Ымһындырғыс-ылыҡтырғыс төрлө тарифтар килеп сыҡты, хеҙмәттәр тәҡдим ителде. Мәҫәлән, тәүлек буйына бушҡа һөйләшеү, бушлай смс-хәбәр. Тик “буштың атаһы үлгәнен” оноторға ярамай шул.

Бер көн редакция телефоны шылтыраны. Бәйләнештең икенсе осондағы инәй проблемаһын шунда уҡ ярып һалды:
– Ейәнемә телефон алып биргәйнек, һөйгән ҡыҙы менән һөйләшеп, бурысҡа батҡан. Хәҙер суд аша беҙҙән 15 мең һум талап итәләр! Һеҙ бит редакция, ошо мәсьәләне хәл итегеҙ инде. Ҡайҙан алайыҡ ундай аҡсаны ҡапылғара.
Әйтергә кәрәк, 15 мең һум ул ваҡытта аҙ аҡса түгел ине, шуға инәй беҙгә шылтыратырға булғандыр ҙа. Киттем телефондан һөйгән ҡыҙы менән һөйләшергә яратыусы егеткә. Ипләп кенә документтар менән танышам. Баҡтиһәң, ваҡ ҡына яҙыуҙар менән “буш” һүҙе бер үк оператор номерҙары араһында ғына ҡулланылғаны тураһында яҙылған. Күрәһең, мөхәббәт утында яныусы тәүге һүҙгә генә иғтибар иткән. Шулай ҙа элемтә компанияһы ишеген шаҡып ҡарарға булдыҡ, тик оҫта һәм тәжрибәле юристар бармаҡтары менән йәнә ваҡ хәрефтәргә төртөп күрһәтте.
Шуға инәйҙе, үкенескә ҡаршы, бурыстан ҡотҡарып булманы. Эш, дөрөҫөрәге теш үтмәгәс, был ваҡиғаны ташҡа баҫыуҙы ла кәрәк тип тапманым. Йылдар үтә-үтә ҡасандыр иғтибарҙан төшөп ҡалған күренештәр көнүҙәк булып китә бит ул. Әлеге ваҡиға ла осраҡлы иҫкә төшмәне.
Беренсенән, 14 сәғәт буйы бер туҡтауһыҙ телефондан һөйләшкән мөхәббәт парҙарына аптырап ҡуйыла, икенсенән, инәйҙең шулай ҙа аҡсаһы булған – ейәненең бурысы өсөн ул үҙен һуңғы юлға оҙатҡанда ҡулланырҙар тип һалып ҡуйған аҡсаһын исраф итте. Өсөнсөнән... шул “ваҡ ҡына яҙыуҙарға” иғтибар итмәүебеҙ бигерәк тә уйландыра. Күпме кеше кредит алып, алдана, ҡулланған өсөн йыллыҡ проценттар бер төрлө, ә аҫтараҡ әлеге ваҡ ҡына яҙыуҙар менән айлыҡтары, көн һайын үҫә торған проценттар ҙа теркәлгән. Кредит ҡынамы һуң? Ә бит ваҡытында килешеү һәм башҡа документтарҙы ентек-ләберәк уҡырға, йә булмаһа, профессионалдарҙы ялларға кәрәк. Баяғы инәйҙең “үлемтек аҡсаһынан” ҡолаҡ ҡағыуында ла мөхәббәт ғәйепле түгел.
Читайте нас: