Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Октябрь 2018, 09:42

Мейес өҫтөндә утын киптерһәң...

Көҙ етеп, һыуыҡ төшә башлау менән күптәр көнкүрештә электр менән йылытыу приборҙарын ҡуллана башлай. Йорттарҙы, фатирҙарҙы йылытыу өсөн йыш ҡына төҙөк булмаған йәки үҙҙәре әтмәләгән йылытыу ҡорамалдарын файҙалана. Бындай ҡорамалдар торлаҡ, кеше ғүмере өсөн хәүефле. Өҫтәмә көнкүреш электр приборҙарын тоташтырғанда, электр сымдарына көсөргәнеш төшөп, ут сығыуы ихтимал.

Янғын бит осраҡлы күренеш түгел, ә кешенең яуапһыҙлығының һөҙөмтәһе. Уны булдырмаҫ өсөн көнкүрештә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен, ә электр при-борҙарын урынлаштырғанда һәм уны файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәргә кәрәк.
Мейесте файҙаланғанда ла ҡағиҙәләрҙе үтәмәү бәләгә килтерә. Мәҫәлән, мейескә ут тоҡандырғанда бензин, кәрәсин йәки башҡа тиҙ янып китеүсе шыйыҡлыҡтар ҡулланыу ҡурҡыныс тыуҙыра. Шулай уҡ мейес өҫтөндә оҙаҡ итеп кейем-һалым, утын киптерергә ярамай, уның өҫтөн, төтөн торбаларын һәр саҡ таҙартып, аҡлап торорға кәрәк. Мейестә ярылған урындар бармы-юҡмы икәнлеген тикшереп, булһа, тиҙ арала етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тырышығыҙ.
Тағы ла шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: үҙеңде һәм яҡындарыңды уттан һаҡлау өсөн түшәктә ятҡан килеш тәмәке тартмаҫҡа, һүндерелмәгән төпсөктәрҙе иҙәнгә ташламаҫҡа ҡушыла.
Янғын сыға ҡалһа, 01 телефонына йәки кеҫә телефонынан 101, 112 һандарына шылтыратырға онотмағыҙ. Ут эсенән тиҙерәк сығыу яғын ҡарағыҙ, ваҡытығыҙҙы мөлкәтегеҙҙе һаҡлауға сарыф итмәй, тәү сиратта, үҙеңде һәм башҡаларҙың ғүмерен бәләнән ҡотҡарырға тырышығыҙ.
Читайте нас: