Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Октябрь 2018, 09:59

Сиренанан ҡотоғоҙ алынмаһын

Республикала Граждандар оборонаһы айлығы бара. Сара сиктәрендә ҡала мәктәптәрендә “Хәүефһеҙ йәшәү нигеҙҙәре” буйынса Бөтә Рәсәй асыҡ дәресе үткәрелде. Уҡыусыларға Рәсәйҙә граждандар оборонаһының барлыҡҡа килеү тарихы һәм уның артабанғы үҫеше тураһында фильм күрһәтелде.

Күптәр ғәҙәттән тыш хәлдәр мәлендә бирелгән сигналдарҙан нимә эшләргә белмәй, ҡаушап ҡалырға мөмкин. Шунлыҡтан уҡыу-сыларға граждандар оборонаһы, уның бурыстары һәм маҡсаттары, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда халыҡҡа еткереү ысулдары һәм “Бөтә халыҡ иғтибарына!” сигналы тапшырылғанда нимә эшләргә кәрәклеге тураһында ентекле һөйләнек. Шулай уҡ тын юлдарын һәм тирене һаҡлау сараларын ҡасан ҡулланырға кәрәклеге тураһында мәғлүмәт алып, хатта уҡыусылар противогаздарҙы үҙҙәре лә кейеп ҡарап, төрлө күнекмәләр үткәрелде.
Әлбиттә, Граждандар оборонаһы айлығы мәлендә үткәрелгән асыҡ дәрес уҡыусылар өсөн бик фәһемле, мауыҡтырғыс булды, тип әйтә алам, сөнки балалар ғәҙәттән тыш хәлдәргә бәйле ҡыҙыҡлы һорауҙар ҙа бирҙе. Хәүефһеҙлек һәр кемгә мөһим шул.
Читайте нас: