Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Октябрь 2018, 13:20

Көнитмешебеҙ – полиция күҙәтеүендә

Үткән аҙнала Стәрлетамаҡ полицияһында 1345 ғариза һәм хәбәр теркәлгән.

Барлығы 37 кеше мөлкәтен урлау осра-ғы, 6 мутлашыу факты, 3 талау, 1 транспорт сараһын алып ҡасыу һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә 5 енәйәт теркәлгән. Административ тәртип боҙоуҙың 308 осрағы асыҡланған, шул иҫәптән – йәмәғәтселек тәртибен боҙған өсөн һәм спиртлы эсемлектәр эскән һәм иҫерек килеш йәмәғәт урындарында йөрөгән өсөн 224 протокол төҙөлгән.
Мутлашыусыларҙан зыян күргән 19 йәшлек ҡыҙ полицияға мөрәжәғәт иткән. Тәртип һаҡсыларына аңлатыуынса, билдәһеҙ бер кеше, социаль селтәрҙә яҙышып, алдау һәм ышандырыу юлы менән уның банк картаһынан 23 мең һум аҡсаһын сәлдергән. Мутлашыу факты буйынса РФ Енәйәт Кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Сираттағы урлашыу Стәрлетаммҡ сауҙа үҙәктәренең береһендә булған. Тикшереү барышында билдәле бер магазинда 3 мең һумлыҡ кейемде урлауҙары асыҡланған. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре 17 йәшлек үҫмер егеттең урлашыуын асыҡлаған һәм уны ҡулға алған. Урланған әйберҙәр тартып алынған.
14 октябрҙә дежур часҡа бер ҡатын шылтыратҡан. Уның гаражына асҡыс яра-тып инеүҙәре һәм 30 мең һумлыҡ ҡышҡы тәгәрмәстәрен урлауҙары тураһында хәбәр иткән. Тикшереү идаралығы РФ Енәйәт Кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт эшен асҡан.
Был аҙнала ике ғаиләнең көнкүреш бәхәстәре полицияға алып килеү менән тамамланған. Конфликттарҙың оҡшашлығы шунда – ике осраҡта ла ыҙғыш ирҙәрҙең эскелеге арҡаһында килеп сыҡҡан. Һүҙ артынан һүҙ сығып, ирҙәре бысаҡҡа йәбешкән һәм үлтереү менән янаған. Ҡатындар ҡурҡыштарынан, полиция саҡыртырға мәжбүр булған. Ике факт буйынса ла РФ Енәйәт Кодексының 119-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шикле кешеләр ҡулға алынған.
Сәләмәт йәшәү рәүешен күтәреүгә һәм токсик матдәләр менән ағыуланыу факттарын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар сиктәрендә, ҡала мәктәптәренең береһендә бәлиғ булмаған баланың аңды томалаусы матдә ҡулланыуы асыҡланған. Үҫмерҙең ата-әсәһенә административ протокол төҙөлгән.
Кесаҙна көндө ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре “Рено Флюнс” маркалы автомобилде алып ҡасыуҙа шикле кешене тотҡан. Машинаның хужаһы уны Коммуналь урамындағы автосервис янында ҡалдырып киткән булған. 27 йәшлек енәйәтсе, иҫерек килеш руль артына ултырып, юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәпсеһе булған. Уға ҡарата РФ Енәйәт Кодексының “Алып ҡасыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Үткән аҙнала 51 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, 6 кеше зыян күргән. ЮХХДИ линияһы буйынса 470 протокол төҙөлгән. Эскән килеш руль артында йөрөгән 13 водитель тотолған. Йәйәүлеләр араһында 19 тәртип боҙоу осрағы асыҡланған.
Читайте нас: