Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Октябрь 2018, 13:28

Нәҫел ептәрен барлай-барлай

Тарихты яңы күҙлектән, яңы сюжеттарға байытып күрһәтә шәжәрә байрамдары. Стәрлетамаҡта үткән сара ла һәр йылдағыса йылы тәьҫораттар, киләсәккә яңы өмөттәр уятып ҡалды. Башҡортостанда Ғаилә йылына арналған был байрам быуаттар төпкөлөнән нығынып килгән нигеҙле өс ғаилә менән таныштырҙы.

Шәжәрәһе булған халыҡ – бик боронғо халыҡ тиҙәр, әммә уны һаҡлап ҡала алған ғаиләләр бик һирәк. Шуға күптәр хәҙер үҙ шәжәрәһен тергеҙеү менән мәшғүл. Архивтарҙа, ғаиләлә һаҡланып ҡалған документтарҙан, фотоһүрәттәрҙән, награ-даларҙан, өҙөлөп ҡалған мәғлүмәттәрҙән ҙур ғына тупланма йыйып алырға була. Йыйылған мәғлүмәттәрҙең күләме һәр кемдең дә төрлөсә, ә бына сәхнәгә сығып, үҙ нәҫеле тураһында бәйән итергә йөррәт итеүсе Мансуровтар, Ғәйетовтар һәм Мазиндар ғаиләһе ярайһы уҡ ҙур мәғлүмәт туплаған ине.
Мансуровтар үҙенең тамырҙарынан алда тыуған ере тураһында һөйләп үтте. Ишембай районы Әрмет ауылына 1670 йылдарҙа уҡ нигеҙ һалынған, был ваҡыттарҙан бирле ауыл ныҡлы үҫешеп, Үрге һәм Түбәнге Әрмет ауылдары хасил булған.
– Илебеҙ тарихында үҙенең намыҫлы, яуаплы, тырыш хеҙмәте, матур йәшәйеше менән өлөш индергән токарҙәр, төҙөүселәр, игенселәр, малсылар, нефтселәр, жур-налистарҙан ғибәрәт нәҫел – беҙ, – тип һөйләп алып китте Рәмил Ғәбдрәшит улы, Бөйөк Ватан һуғышында мәрхүм булған олатаһы хаҡында ла онотманы. Иң мөһиме: төҙөлгән шәжәрәһен дауам итеүсеһе бар Мансуровтарҙың, тоҡомдо берләштергән документ ғаиләнең иң кескәй ир-егете – Айбулатҡа тапшырылды. Шулай ҙа тоҡомға, тыуған ергә ҡарата мөнәсәбәттәр ҡағыҙҙа ғына һыҙылып ҡалмай. “Аҙна аҙағы еттеме, балалар, ауылға ҡасан ҡайтабыҙ тип, ҡанатланып торалар”, – ти атай кеше.
Мазиндар нәҫеле лә үҙҙәренең ата-бабаларын ентекле өйрәнеп алып килгәйне. Әйткәндәй, был эште башҡарыу еңелдән булмай, сығыш яһаусы БашДУ-ның 3-сө курс студенты Сергей Мазин быны шәжәрәнең күсеп йөрөүе менән бәйләне. Ентекле мәғлүмәттәргә тап булыр өсөн Һарытау, Архангельск өлкәләре, Карелия республикаһы һәм Украина дәүләт архивтарындағы мәғ-лүмәттәргә нигеҙләнергә кәрәк, әммә был материалдарҙы алырға һәр кемдең дә мөмкинлеге юҡ. Ғөмүмән, уның ата-бабалары ХХ быуат башында Полтава губернаһынан Стәрлетамаҡҡа яҡынлаша, күсеп килгән ғаилә Талалаевка ауылында төпләнә. Әйткәндәй, Мазиндар ғаиләһе Ротачтар тоҡомо менән бәйле, олатайҙарының береһе ҡалаға Берғамыт һыу алыу ҡоролмаһын төҙөүҙә ҡатнаша.
Ғәйетовтар үҙ шәжәрәһен 1505 йылдан уҡ башлаған, ваҡиғалар Юрматы бейенә барып тоташа. Тоҡом Стәрлетамаҡ районының Мәҡсүт ауылына бәйләнгән, ә уға нигеҙ 1720 йылда һалына.
“Шәжәрә” байрамы быйыл 11-сегә ойошторола, унда йәмғеһе 56 ғаилә ҡатнашып өлгөргән. Быйылғы байрам иһә Ғаилә йылына бағышланды, шуға ла байрам тап ғаиләләрҙең көсө менән алып барылды, концерт номерҙарын да ҡатнашыусылар үҙҙәре ҡуйҙы. “Торатау” балалар халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнеүсе кескәйҙәр Айбулат һәм Раушания Мансуровтарҙың, Мазиндарҙың ғаилә башлығы Вячеславтың йыры быйылғы байрамдың биҙәге булып торҙо. Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин тәбрикләне.
– Быйыл ғаиләләр байрамға төплө әҙерләнеп килгән, тыңлап, ҡарап ултырыуға бик ҡыҙыҡлы һәм матур булды. Моғайын, башҡа тамашасылар ҙа минең менән килешерҙәр, – тип ҡәнәғәтлеген белдерҙе сараны йомғаҡлап Зөфәр Сәғетдин улы. Килешмәй булмай, ысынлап та, тарих та, бөгөнгө көн дә, киләсәк тә сағылды шәжәрәләрҙе барлағанда.
Читайте нас: