Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Октябрь 2018, 13:17

Ремонт эштәре тамамланып килә

Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов урынбаҫары Андрей Ермолаев менән “Башҡорт ихатаһы” һәм “Заманса ҡала мөхите булдырыу” программаларын тормошҡа ашырыуҙы тикшереп сыҡты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ҡалала «Башҡорт ихатаһы» программаһы беренсе тапҡыр тормошҡа ашырыла башланы. Ошоға ярашлы, Стәрлетамаҡта 27 ихата ремонтлана. “Заманса ҡала мөхите булдырыу” программаһы сиктәрендә йорт араларында асфальт түшәү эштәре тамамланды ла инде. Ә бына Хоҙайбирҙин урамының Элеватор ура-мы киҫешкән урындан алып Мәңгелек ут һәйкәленә тиклемге араһындағы йәмәғәтселек территорияһында эштәр тамамланырға тора.
Хоҙайбирҙин урамы буйлап аллеяларҙа урамды яҡтыртыу селтәрен монтажлау һәм серек ағастарҙы ҡырҡып ташлау тамамланды, парк яҡтыртҡыстары, яңы арт-объекттар ҡуйылды, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына пластик япмалар түшәлде. Оҙаҡламай был урындарҙы асыу тантанаһы буласаҡ һәм Стәр-летамаҡ халҡы эшләнгән эштәргә баһа бирә аласаҡ.
Һәр кем өсөн ял итеү зонаһы булдырыла: кескәйҙәр өсөн төрлө уйын зоналары булһа, йәнәшәлә ата-әсәләре өсөн уңайлы эскәмйәләр ҡуйыла. Йәштәр өсөн иһә яңы арт-объекттар һәм урамда гимнастика эшләр өсөн яңы майҙандар булдырыла.
– Тиҙҙән ҡалала тағы ла бер ял зонаһы барлыҡҡа киләсәк. Стәрлетамаҡ халҡына мөрәжәғәт итәм: ҡа-лабыҙҙы һаҡлайыҡ, уны матурлауға ҡала халҡы үҙе күпме көс һала. Үкенескә ҡаршы, арабыҙҙа ошо матурлыҡты ва-тып-емереп, ҡалабыҙҙың йәмен ебә-реүселәр ҙә бар, бындай хәлдәрҙе мотлаҡ тамырынан юҡ итергә кәрәк, – тип мөрәжәғәт итте Владимир Куликов.
Владимир Иванович шулай уҡ “Башҡорт ихатаһы” программаһы сиктәрендә ремонт эштәре барған йорт араларын ҡарап сыҡты. Бер йорт алдында подрядсы ойошмаға ҡарата шелтә һүҙҙәре яуҙырыусылар ҙа булды.
Подрядсы ойошмаларҙың эш барышын, күҙәтеү органдарынан тыш, ҡала етәкселеге һәм халыҡ үҙе лә күҙәтеп бара. Яңы түшәлгән асфальтҡа гарантия бирелә, уның сифаты йыл һайын контролдә тотолоп барасаҡ. Эштәр тейешенсә башҡарылмаған осраҡта, подрядсы ойошмалар уны төҙәтергә бурыслы.
Читайте нас: