Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2018, 12:00

Һап-һары көҙ уны килтергән

Ҡалабыҙҙың 1-се китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына бағышланған “Ер йөҙөндә һап-һары көҙ” тигән әҙәби ҡунаҡхана ойошторолдо.

– Бөгөн беҙҙең китап-ханала Мостай Кәримде иҫкә алабыҙ. “Ер йөҙөндә һап-һары көҙ” тип юҡҡа ғына атаманыҡ әҙәби ҡунаҡханабыҙҙы. Нәҡ ошо миҙгел беҙгә бөйөк шағирыбыҙҙы бүләк иткән. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта – Стәрлетамаҡ шағирҙары, – тип асты сараны китапхана мөдире Әлмира Мөхәмәтйәрова һәм һүҙҙе Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, шағир Әҡсән Хәлиловҡа тапшырҙы.
Сарала 18-се мәктәптән башҡорт теле уҡытыусыһы Зифа Ҡолгилдина етәкселегендә бер төркөм 5-се һәм 7-се класс уҡыусылары ҡатнашыуы шағирҙың ижади мираҫы мәңгелек икәнлеген иҫбатланы. Әҡсән Насретдин улы йәш быуынға Мостай Кәримдең әҙәбиәттә тотҡан урынын һөйләп үтте һәм үҙенең балалар өсөн яҙған бер нисә шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Ә уларҙың һәммәһенә китабын бүләк иткәс, малай-ҡыҙҙарҙың шатлығының сиге булманы. Үҙем иһә уларға балалар өсөн яҙылған шиғырҙарымды рус телендә (Любовь Әфләтүнова тәржемәһендә) һәм “Мостай Кәримгә” шиғырын башҡорт телендә уҡып ишеттерҙем. Балалар ошо матур сараның иҫтәлеге итеп “Ашҡаҙар” гәзитен ҡабул итеп алды. Сара һуңында иһә уҡыусылар Мостай Кәримдең 1995 йылда яҙып алынған тауышын тыңлағанда, уларҙы ниндәй уйҙар солғап алды икән, тигән һорау борсоно. Һәр кемдең үҙ уйылыр, әммә шуныһына иманым камил: улар бөгөн аңдарына, һис шикһеҙ, шиғриәт, рухиәт, матурлыҡ көсөн һеңдереп ҡайтты. Хәйер, бер уҡыусылар ғынамы ни… Мостай рухы ниндәй маһир! Халыҡ та бит шағирҙы юғары әҙәби көслөлөгө, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.
Читайте нас: