Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2018, 11:52

Тәүге юрау раҫланманы

Керчь политехник колледжында теракт тип алдан хәбәр ителгән юрау дөрөҫлөккә тап килмәне. Һәр хәлдә, ике тиҫтәгә яҡын кешенең ғүмере бер ҡанһыҙ үҫмер ҡулы менән өҙөлөүе тетрәндермәй ҡалмай.

Башта колледж ашханаһында тимер әйберҙәр менән көпләнгән, асыҡланмаған шартлатҡыс шартлап, 20 кешенең һәләк булыуы, 50-нән ашыу кешенең яраланыуы, был хәлдең теракт булыу ихтималлығы хаҡында хәбәр иткәйнеләр. Бында шунда уҡ РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан ҡотҡарыусылар, табиптар, тиҙ ярҙам ҡорамалдары менән ИЛ-76 самолеты ебәрелде, Владимир Путин яралыларҙы иң алдынғы дауаханаларға оҙатырға күрһәтмә бирҙе.
Асыҡланыуынса, ҡулына ҡорал тотоп колледжға ингән енәйәтсе – ошо уҡыу йортоноң 4-се курс студенты, 18 йәшлек Владислав Росляков. Ул тәүҙә бүлмәләр буйлап йөрөп, осраған һәр кешене тиерлек атып сыҡҡан, ә аҙаҡ китапхана бүлмәһендә үҙен-үҙе атып үлтергән.
Ике тиҫтә ғүмер… Бигерәк тә әле йәшәй генә башлаған йәштәрҙең ғүмере йәл… Ә ҡулына енәйәт ҡылыр өсөн ҡорал алған йәш кешенең ғүмере тураһында ни уйларға һуң?..
Читайте нас: