Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2018, 13:51

Тәмле ризыҡтары менән арбай “Ватрушкин”

Стәрлетамаҡта яҡты эҙ ҡалдырған шәхес, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист һәм шағир Мариус Мәҡсүтовтың улдары Азат һәм Алмаз Мәҡсүтовтар ойошторған “Ватрушкин” кафеһын белмәгән кеше юҡтыр беҙҙә. Хәйер, беҙҙә генәме… Сөнки унда бешерелгән ризыҡтарҙан ҡалабыҙҙың күп урындарында, башҡа ҡалаларҙа ла ауыҙ итергә була: дауаханаларҙың, уҡыу йорттарының буфеттарынан алып тиҙ хеҙмәтләндереү ресторандарына тиклем. Мәҫәлән, кафеның йөҙөн билдәләүсе туҡмаслы аштарының даны, шулай уҡ төйөлгән иттән бешерелгән ашамлыҡтары ла иҫ китмәле! Ә бит егеттәр эшҡыуарлыҡҡа халыҡ мәнфәғәтендә аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ ваҡытта башҡа йүнәлештә – арзан хаҡтар магазины асып, эштәрен башлап ебәргәйнеләр.

Федераль магазиндар ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк һымаҡ күбәйгәс, йәғни конкуренттар артҡас та юғалып ҡалмай тәжрибәле эшҡыуарҙар. 2006 йылда БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында, уҡыу йортоноң ул саҡтағы етәксеһе Хәмит Баймырҙин менән килешеп, буфет асыуҙан башланған эш хәҙер ҡала халҡын иң күркәм хеҙмәтләндереү күренешенә әйләнде. “Ватрушкин” кафеларында әҙерләнгән ризыҡтарҙың өҫтөнлөгө шунда: бында иҫерткес эсемлектәр бөтөнләй һатылмай, ә 2017 йылдың 1 декабренән алып хужалар сусҡа итенән бөтөнләй баш тартҡан. Бында бары тик “хәләл” ризыҡтар әҙерләнеүе, етештерелеүе, бешерелеүе аңлашылып тора. “Ватрушкин”дың генераль директоры Андрей Иванов белдереүенсә, фермерҙарҙан ҡыйбатыраҡ хаҡҡа һатып алынған сеймал үҙен аҡлай, сөнки кулинар-маркеттарҙа бары тик сифатлы ризыҡтар ғына тәҡдим ителә.

Әйткәндәй, тағы ла бер йүнәлеш иғтибарға лайыҡ: бында банкет, юбилей һәм үлгән кешене иҫкә алыу мәжлесе үткәрергә лә мөмкин. Волочаевская урамындағы 6А йортонда урынлашҡан банкет залы бының өсөн бар яҡлап та тура килә.

Коммунистик урамындағы 43-сө йортта урынлашҡан кафела, менеджер Ольга Хамзина һөйләүенсә, бигерәк тә эш көнөндә сәғәт 1-се яртынан көндөҙгө 3-кә тиклем кеше өҙөлмәй икән. Мәҫәлән, беҙ унда Шанъязовтар ғаиләһен осраттыҡ. Бында тәмле-татлы ризыҡтарҙан ауыҙ итергә балалары менән бик йыш килә улар. Ғаиләгә салаттарҙың төрлөлөгө һәм һәр саҡ “мейестән генә сыҡҡан” йылы ризыҡтар оҡшай. Килмәҫлек тә түгел шул. Миҫал өсөн, бында иртәнге ашты (салат, ҡоймаҡ һәм сәйҙе йәки бутҡа, кофе, ҡоймаҡ) 109 һумға, ә төшкө ашты (аш, итле ашамлыҡ һәм һут йәки башҡа эсемлектәр) 129 һумға ашап сығырға була.

Өҫтәл артында ноутбуктарында эшләп ултырыусы егет-ҡыҙҙарҙы ла осраттыҡ. Әлбиттә, күберәген бында йәштәр йөрөй. Ә инде яңы форматтағы интерьерҙарға ҡарап һоҡланыу бер, бында барып ултырып, ғаиләң менән икенсе мөхиттә ял итеү бөтөнләй икенсе тойғолар уяталыр ул. Бындағы һәр ризыҡтан күҙҙәр ҡамаша, тиһәм дә һис арттырыу булмаҫ. Сөнки эшләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарға өй шарттарында был тиклем ризыҡтарҙы әҙерләргә сеймалын да, ваҡытты ла табырға мөмкин түгелдер.

Сеймал тигәндән, итте һатып алыр алдынан малдың нимә менән туҡланыуына тиклем тикшерәләр икән. Һатып алған продукцияның һәр ваҡыт сифатына ҡарайҙар. “Иң тәүҙә – сифат, аҙаҡ – килем” принцибы менән эшләйҙәр коллективта.

Беҙгә шулай уҡ Туҡаев урамында урынлашҡан бешереү цехында һәм магазинында булырға тура килде. Бында төрлө билмәндәр, ҡыҫтыбый, туҡмас, сәк-сәк, кондитер ризыҡтары һәм башҡа төрлө ашамлыҡтар етештерелә. Быяла витриналарҙа эремсектәрҙән алып ҡымыҙға тиклем бар. Ә билмәндәр ниндәй иттән эшләнһә, уның тышлығында шул малдың һүрәте төшөрөлгән, мәҫәлән, һыйыр итенән эшләнгәндәрендә – һыйыр, ат һәм һыйыр итенән булһа, икеһенең дә һүрәте ҡуйылған. Хатта әҙер ҡаҙылыҡтарға тиклем бар. Эш хаҡы алған көндө барып, нәмә кәрәк шуны алып, сумка тултырып ҡайтырға ғына ҡала. Баҙарың ары торһон! Иң мөһиме, иртәнге сәғәт 8-ҙә яңы ҡырҡылған ит киҫәктәре, бешерелгән ит, балыҡ ризыҡтары алырға мөмкин. Уларҙы көндәгеһен көндә алып бөтәләр икән.

Икенсе көндө бөгөнгө ризыҡ прилавкала ятмай. Шуға күрә лә “Ватрушкин” кафеһының продукцияһына Өфө, Мәләүез, Күмертау, Ишембай ҡалаларынан да заказдар етерлек. Айырыуса торт, сүпрәһеҙ бешерелгән икмәк, “көньяҡ” сәк-сәген яраталар.

Әйткәндәй, киләсәктә Өфө ҡалаһында ла үҙ нөктәләрен булдырмаҡсы “Ватрушкин”. Тағы ла алға китеп шуны әйтке килә: Стәрле йылғаһы буйында “Ёлка” сауҙа үҙәге асырға ла уйҙары бар уларҙың.

Уңыштың сере нимәлә һуң? Етәксе менән хеҙмәткәрҙәр барыһы ла бер төптән эшләгәнгә күрә, эштең һөҙөмтәһе лә күренә. Бында мөнәсәбәт шулай ҡорола: ҡунаҡ, хеҙмәткәр, аҡса. Ә бит, уйлай китһәк, федераль кимәлдәге халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә һатып алыусының кеҫәһен бушатыу яғын ғына ҡарайҙар, ә аҙыҡ-түлектең сифатына әллә ни иғтибар итеп бармайҙар. Ғөмүмән, “Ватрушкин” кафеһы ҡалабыҙҙың ҡайһы мөйөшөндә урынлашыуына ҡарамаҫтан, халыҡ ихтирамын яуланы. Бындай халыҡ һөйөүен бары тик булдыҡлы етәкселәр генә яулай ала.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

Читайте нас: