Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2018, 11:30

Йәрминкәләр, эшҡыуарлыҡ һәм һалымдар

Ошо һәм башҡа төрлө мәсьәләләр, һорауҙар буйынса әңгәмә ҡорҙо журналистар ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Рахманғолов менән матбуғат конференцияһында.

Рөстәм Рахманғолов ҡала хакимиәтендә быйыл эшләй башланы. Ул ҡулланыусылар һәм хеҙмәтләндереү баҙары, эшҡыуарлыҡ, баҡсасылыҡ мәсьәләләре буйынса яуаплы. Был йүнәлештә журналистар 20-нән ашыу һорау биреп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәр ҙә алды, гәзит уҡыусылар күтәреп сыҡҡан мәсьәләләрҙе лә еткерҙе етәксегә.
Мәҫәлән, күптәр “Семе-рочка” магазиндарын яратып өлгөргәйне, әле һаман да был форматта эшләгән нөктәләрҙе онота алмай халыҡ, бигерәк тә алыҫ урынлашҡан райондарҙа ла уның артабанғы яҙмышы тураһында йыш һүҙ ҡуҙғаталар. Был йәһәттән Рөстәм Камил улы был магазиндарҙың элеккесә эшләй алмаясағын белдерҙе, биналарҙың ҡайһы берҙәрен ҡуртымға алып, эш башлаусылар барлығын һөйләне.
Әйткәндәй, үҙҙәренең эшен асыусылар ҙа бихисап хәҙер һәм йылдан-йыл арта ғына, Стәрлетамаҡта 10 мең тирәһе бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар иҫәпләнә.
– 2010 йылдан башлап бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса муниципаль программа эшләй, унда ҡуйылған талаптарҙан сығып финанс ярҙамы күрһәтелә. Быйыл бындай ярҙамға ҡала бюджетынан – 2 миллион һум, ә республиканан 2,4 миллион һум аҡса бү-ленә. Эшҡыуарҙарға ҡала хакимиәтендәге эшҡыуарлыҡ бүлегенә (112-се бүлмә) мөрәжәғәт итеп, консультациялар алырға мөмкин. Ҡалала Эшҡыуарҙар ассоциация-һы барлығын күптәр беләлер, – тине Рәстәм Рахманғолов бизнес өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреп.
Эшҡыуарҙар араһында рөхсәтһеҙ урындарҙа сауҙа итеүселәр ҙә бар. Был юҫыҡта эш алып барылыуын белдерҙе Рөстәм Камил улы.
– Бындай урындарҙы асыҡлайбыҙ һәм мәсьәләне хәл итеү өсөн административ комиссия менән рейдтар ойоштороп, яуаплылыҡҡа тарттырабыҙ. Тыйылған урын-дарҙа һатыу итеү – гигиена нормаларын боҙоуҙы аңлата, сөнки аҙыҡ-түлекте ергә һалып тигәндәй һаталар, уларҙың сифатын бер кем дә тикшермәй. Шуға ла халыҡ уларҙан һатып алғанда ҡурҡыныс янағанын аңларға тейеш, – тине ул.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарына ауыл хужалығы йәрминкәләренә ҡағы-лышлы үҙебеҙҙең һорауҙы ла бирҙек.
– Бындай йәрминкәләр һатып алыусы-лар тарафынан да, фермерҙар яғынан да ыңғай баһаланды. Тәүге йәрминкәләрҙә халыҡ, ғәҙәттәгесә, аҙ булһа, арта-банғыларында кеше күбәйҙе. Ҡала халҡы ғына түгел, хатта ауылдан килеүселәр ҙә аҙыҡ-түлек һатып алды, тимәк, хаҡтар сағыштырмаса түбән кимәлдә. Йәшелсәләр һатыу тамамланды, әммә һыуыҡтар баш-ланыу менән ит йәрминкәләре асылыр, – тигән пландар менән дә уртаҡлашты хакимиәт башлығы урынбаҫары.
...Сауҙа, мөлкәт, һалым тигән һүҙҙәр йәнәшәлә йөрөй. Мәҫәлән, әлеге мәлдә үткән йыл өсөн һалым түләп өлгөрөргә кәрәк. Был йәһәттән гәзит уҡыусылар араһынан хаҡлы ялда булыусылар баҡса өсөн һалым түләүҙә ташламалар тураһында мәғлүмәт белергә теләй ине. Был һорауға ыңғай яуап алдыҡ, ысынлап та, пенсионерҙарға баҡса өсөн һалым түләүҙә льготалар бар, тик бының өсөн баҡса хосусилаштырылған булырға тейеш. Әйткәндәй, баҡсаларҙы хосусилаштырыу мөмкинлеге 2020 йылға тиклем оҙайтылды. Ә бына баҡсасылар берекмәләренә иғәнәләр буйынса дәүләт тарафынан льготалар билдәләнмәгән, кәрәк тип тапһа, берекмәләр уны үҙҙәре билдәләй ала.
Хеҙмәтләндереү баҙарына килгәндә, эшҡыуарҙар тарафынан ҡалала льготалар булыуы ла ҡыҙыҡһындырҙы.
– Һатыуҙа ташламалар яһала, әммә был көн дә осрай торған күренеш түгел, ғәҙәттә, ул ҙур байрамдарҙа ғына була. Яңы йыл, Еңеү көнө һәм башҡа көндәрҙә күргәнегеҙ һәм ишеткәнегеҙ бар уларҙы. Шулай ҙа эшҡыуарҙар бындай аҙымға йыш барһа, килем ала алмаясаҡ, шуға уларҙы ла аңларға кәрәк, – тине Рөстәм Рахманғолов.
Тағы ла йәш эшҡыуарҙарға ярҙам, уларҙың берекмәләре, тыйылған тауар һатыусыларҙы волонтерҙар ярҙамында асыҡлау һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында ла һөйләшеү алып барылды. Иң мөһиме, яңғыраған барлыҡ һорауҙарға ла төплө яуап бирҙе Рөстәм Камил улы.
Читайте нас: