Ошо матур ғүмеренең байтаҡ өлөшөн ул ҡәйнәһен бағыуға бағышланы. Әле үҙе һигеҙ тиҫтәһен тултырһа ла һаман да 103 йәшлек өләсәйебеҙҙе ҡарай, уға ярҙам итә.
Әсәйҙең тормошо бер яҡтан һоҡланыу тыуҙыра, икенсе яҡлап ул күргән нужналарҙы уйлап, иҫең китер. 7-се класты тамамлаған ғына ҡыҙға ҡап һуғыу эшен йөкмәтәләр. Май айында урманға һалабаш һалырға китһә, июндән алып артель аттарына бесән әҙерләгәндән һуң, һыуға һалған йүкә ҡабыҡтары серегәс, йүкәһен һыҙырып алырға китәләр, уны киптереп, төйҙәктәргә бәйләп һалалар. Шуны үлсәүгә тапшыралар. Ә бер кешегә норма – 5 тонна!..
Ҡыш етһә, шул йүкәләрҙән ҡап һуғалар. Атайыбыҙ Ишбулды менән танышып өйләнешеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһына килен булып төшкәнгә тиклем ошо эште (5 йыл буйы) башҡара әсәйем. Быларҙы һанап сығыуы ғына еңел, ә шул тиклем йөктө үҫмер генә балаға башҡарыуы ай-һай.
Атай-әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ менән бергә беҙҙе – ике ҡыҙ һәм бер ул – үҫтерҙеләр. Тик атайыбыҙ менән Ирек туғаныбыҙ хәҙер гүр эйәләре инде. Өләсәйҙе лә бергә ҡушып һөйләүем осраҡлы түгел, сөнки ҡәйнәле-киленле улар ғүмер буйы бергә булды, тиһәм дә артыҡ түгелдер. Ҡайһы бер килендәр ҡәйнәләре менән бер көн дә йәшәй алмаған саҡта, әсәйебеҙ ҡәйнәһе Ғәтифә менән 58 йыл бер төптән, бер һүҙҙән татыу ғүмер иткәндәренә һоҡланмау мөмкин түгел.