Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Октябрь 2018, 14:15

Әлфиә ӘСФӘНДИӘРОВА: “Бер мәсьәлә лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ!”

Билдәле булыуынса, “Ашҡаҙар” гәзите ҡала Советы депутаты Әлфиә Рәшит ҡыҙы Әсфәндиәрова менән “тура бәйләнеш” уҙғарҙы. Депутат шылтыратыуҙарҙы ярҙамсылары Гөлнур Родионова һәм Алһыу Ғәйнуллина менән ҡабул итте. Әйтергә кәрәк, әле «тура бәйләнеш»кә тиклем ике-өс көн алдан уҡ мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ булды. Хәйер, билдәләнгән ваҡыт үткәс тә телефон тынырға уйламай ине әле. Гәзит уҡыусыларҙы ниндәй генә өлкә борсоманы: мәҙәниәт, сәнәғәт, ҡала үҫеше… Шулай ҙа башлыса һорауҙар торлаҡ-коммуналь хужалығы, социаль яҡлау өлкәһе буйынса бирелде. Сарала күтәрелгән мәсьәләләрҙең бер нисәһен һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.

Дуҫлыҡ урамында йәшәүсе Рәйсә Ғәлимова йылы бирмәүҙәренә зарланғайны, депутат был һорауҙы шул көндө үк хәл итте. Ә апайҙың дауаханаға ҡағылышлы һорауҙарын контролгә алды. Атап әйткәндә, Рәйсә Мирғәли ҡыҙы дауаханала ҡаты сирле мосолмандарға мулла менән арала-шыу ҡаралмаған, тип белдергәйне. Беҙ Ришат хәҙрәт Рафиҡовҡа ошо һорауыбыҙҙы еткергәйнек, ул тиҙ арала был мәсьәләне ыңғай хәл итәсәген вәғәҙәләне.
Икенсе һорау биреүсе үҙенең исем-шәрифтәрен билдәле сәбәптәр буйынса гәзиткә яҙмауҙарын үтенде. Ул депутаттан: “Балалар баҡсаһына сабыйҙарын йөрөткән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә 2019 йылда тү-ләүҙәрҙән компенсация буласаҡмы?” – тип һораны. Әлфиә Рәшит ҡыҙы был һорауға асыҡлыҡ индерелгәс, күп балалы әсә менән бәйләнешкә инергә вәғәҙә итте. Щербаков урамынан Зәлифә Манаева йорт алдындағы ағастарҙан төшкән күләгәләргә зар-ланды. Депутат был эште торлаҡ ху-жаларының йыйылышынан башларға кәрәклекте аңлатты.
Шулай уҡ банкка аҡса һалып, аҙаҡ уны шунда уҡ һанамай алып, ҡайтҡас алданғанын аңлаған, ысын исем-шәрифтәрен белдерергә теләмәгән ағай ҙа шылтыратты. Тик ваҡыт үткәнгә күрә (“Ҡасан булды был хәл?” тип һорағас, ул үҙе лә аныҡ ҡына яуап бирә алманы) был ваҡиғаның осона сығырлыҡ түгел. Уға икенсе ваҡыт абайыраҡ булығыҙ, тип кәңәш биреүҙән башҡа сара ҡалманы. Аҡсаны банктамы, почталамы, магазиндамы – шунда уҡ иҫәпләп алырға кәрәк. Әйткәндәй, хатта күптән таныш почтальон килтергән пенсияғыҙҙы ла һанап алыуҙан тартынмағыҙ, тип кәңәш итергә ҡала. Ғөмүмән, был мөрәжәғәт аҡса, документтар менән эш итеүҙә иғтибарлы булыу хаҡында иҫкә төшөрҙө.
(Аҙағын гәзитебеҙҙең 85-се һанында уҡығыҙ).
Редакциянан:
“Ашҡаҙар” гәзите киләсәктә лә ҡала халҡын борсоған мәсьәләләр буйынса етәкселәр, белгестәр, депутаттар менән “тура бәйләнеш”тәр уҙғарасаҡ. Һорауҙарығыҙға телефондан кемдәрҙең яуабын ишетергә теләр инегеҙ – хәбәр итегеҙ.
Читайте нас: