Стәрлетамаҡта 20, 21, 22, 23, 25, 27а, 40, 41, 43, 48 маршруттарындағы микроавтобустар йөрөүҙән туҡтаны. Хәҙер был маршруттарҙа тик рәсми ташыусылар ғына йөрөйәсәк: "СТУ" МУП-ы, "Башавтотранс", "Транс-Экспресс" ЯСЙ. Легаль булмаған ташыусыларҙың юҡлығы киске сәғәттәрҙә ныҡлы һиҙелә башланы ла инде, сөнки ҡайһы бер рәсми ташыусыларҙың эше киске сәғәт 9-ҙан һуң тамамлана. Улар ошо етешһеҙлекте күҙ уңынан ысҡындырмаһын ине.