Иҫтәлекле миҙалды йәмғеһе 322 кеше алырға тейеш. Ҡотлау тантанаһы этаплап уҙғарыла. Тәүге миҙалдар 5 ветеранға 23 февралдә тапшырылғайны. Был юлы “Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә – 100 йыл” миҙалы менән 51 ветеран бүләкләнде.
– Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйем, беҙҙең армия сафтары киләсәктә лә һирәкләнмәҫ, ә һеҙ йәш быуын өсөн өлгө булып торорһоғоҙ, – тип тәбрикләне Владимир Куликов.
Хәрби комиссариаттың ветерандар советы рәйесе Миңнеғәли Дәүләтшин да тантаналы сарала ҡатнашыусыларҙы ҙур сара менән ихлас ҡотланы. Ул шулай уҡ ветерандарҙы йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Хәйер, награда алыусы һәр ветерандың “Рәсәйгә хеҙмәт итәм!” – тип яуап биреүе һәм уларҙың арабыҙҙа булыуҙары уҡ йәш быуында ғорурлыҡ тойғоһо уятмай ҡалмай. Ошо хәрби комиссиариаттан Тыуған иле алдындағы изге бурысын үтәргә киткән һалдаттарыбыҙ ҙа ағайҙарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ, тип ышанғы килә. Рәсәй хәрби көстәренең йөҙ йыллыҡ тарихы – тап ошо намыҫ, батырлыҡ төшөнсәләренең быуындан-быуынға тапшырыла килгән сағылышы ул.