Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Октябрь 2018, 14:25

Йәштәрҙе ҡурсаларға кәрәк

Дини экстремизмға ҡаршы көрәш сиктәрендә Стәрлетамаҡҡа М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универ-ситетының күсмә лектор төркөмө килде. Унда ҡала хакимиәте һәм урындағы дини ойошмаларҙан вәкилдәр ҙә ҡатнашты.

– Терроризм һәм экстремизм йәмғиәтебеҙҙә иң киҫкен социаль проблемалар булып ҡала. Уларға ҡаршы дәүләт кенә түгел, ә тотош йәмәғәтселектең көсө йүнәлтелергә тейеш, – тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов сараны асып. – Йәштәр – экстремистик хәрәкәттәрҙең тәьҫиренә айырыуса ныҡ дусар ителеүсе ҡатлам. Шуға күрә йәш быуынды тәрбиәләүгә һәм улар менән эшләүгә тейешле иғтибар бирелергә тейеш. Был йәһәттән дини ойошмалар мөһим роль уйнай ала.
Полиция полковнигы Илмир Ишмөхәмәтовтың сығышында секталар, төрлө ойошмалар менән көрәш тураһында һүҙ барҙы.
– Дини экстремизм – ул дини инандырыу нигеҙендә донъяны үҙгәртеп ҡороу. Хәҙерге ваҡытта “ислам экстремистары” тигән һүҙ йөрөй, әммә шуныһын аңларға кәрәк: дини экстремизм – ул ислам ғына түгел. Ул – милләтселеккә нигеҙләнеп, үҙҙәренең ҡарашын тағырға ынтылған йүнәлештәр. Был секталар беҙҙең илдең донъяуи характерын танымаҫҡа өндәй. Мәҫәлән, паспорттан, ИНН-дан баш тартыу һ.б., – тип аныҡлап китте сығыш яһаусы.
БР йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыуға әҙерлек үҙәге директоры урынбаҫары, Бөтә Рәсәй Хәрби-патриотик балалар-үҫмерҙәр “Юнармия” йәмәғәтселек хәрәкәтенең БР-ҙағы төбәк бүлеге штабы етәксеһе Арсен Зиннәтуллиндың сығышы йәштәргә бәйле булды.
– Беҙҙең республикала 130 милләт вәкилдәре йәшәй. Халыҡтың 24 проценты – йәштәр, уларға хәүеф-хәтәр янау һәр ваҡытта ла булды, – тине ул үҙенең сығышында.
2014 йылда Сергей Шойгу башланғысы менән “Юнармеецтар” командаһы булдырыла һәм ул Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан хупланыла. Илдә 5,5 мең патриотик ойошма эшләй, шуларҙың 2 меңе – хәрби-патриотик йүнәлештә. Шуға күрә “Юнармия” хәрәкәтенең тәү сираттағы бурыстары булып йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо, интернационализм, дуҫлыҡ һәм ғәскәри иптәшлек идеяларына бирелгәнлек, экстремизм идеяларына ҡаршы тороу кеүек сифаттар тәрбиәләү тора. Республикала ошо юҫыҡта 6400 бала шөғөлләнә. Шул иҫәптән, кадеттар. Уларҙың эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында премиялар булдырылған, ирекмәндәр хәрәкәте ойошторолған, экстремизмды иҫкәртеү буйынса конкурстар иғлан ителә. Ошондай эштәр экстремизмға ҡаршы көрәштә ҙур ярҙам булып тора.
“Ихлас” мәсетенең имам хатибы Мөхәммәт Ғәлләмовтың сығышы бигерәк тә йөрәк елкендергес булды. Йөрәк түренән урғылып сыҡан уй-хистәрен шиғыр юлдарына һалып: «Аллаһының ебенә ныҡ тотоноғоҙ! Һәммәгеҙгә ҡағылһын Ябраил фәрештәнең ебәк ҡанаты! – тип сәләмләне залдағы халыҡты сәсән телле имам. – Бер телдә һөйләшкәндәр түгел, бер ниәттә булғандар ғына илебеҙгә терәк була ала», – тип өндәште залдағыларға күренекле дин әһеле.
Сарала ҡатнашыусылар Мөхәммәт хәҙрәт алып килгән “Иман байлығы һәм һөйөү байлығы” тип аталған ҡыҫҡа метражлы фильм аша “Ихлас” мәсетенең эшмәкәрлеге менән дә танышты.
...Республикала утыҙға яҡын экстремистик характерҙағы енәйәт эше теркәлгән, тип билдәләнде сарала. Тимәк, уяулылыҡ үҙ емешен бирә. Һүҙҙе йомғаҡлап шуны әйтергә кәрәк: Стәрлетамаҡта экстремизм буйынса хәлдәр тотороҡло ҡала. Ҡалала 21 дини ойошма теркәлгән. Борондан килгән күп милләтлелек һәм күп конфессиялылыҡ мөнәсәбәттәре тыныс һәм имен йәшәргә форсат бирә. Һәм беҙ ошо тотороҡлолоҡто һаҡларға тейешбеҙ.
Читайте нас: