Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Октябрь 2018, 18:00

Һыуҙы туҡтатыусы герой!

Тормошта ҡайһы бер һөнәрҙәр – йәмғиәттең һәр саҡ иғтибарында һәм ихтирамында, сөнки уларҙың хеҙмәте беҙҙең үҫешкә, хәүефһеҙлеккә туранан-тура бәйле. Шул уҡ ваҡытта һәр һөнәр ҙә әлеге йәмғиәттең айырылғыһыҙ өлөшө, уларҙың эше лә беҙҙең тормошто матурлай, еңеләйтә... күҙгә күренмәһә лә.

...Һыуыҡ көндәр етә башлаһа, йорттарға йылы бирәләр, был – ғәҙәти күренеш. Эштәр көйгә һалынғансы “ә беҙгә йылы бирмәнеләр”, “үтә ныҡ ҡыҙҙыралар”, тип тә һөрән һала торған халыҡ. Таптырырға ғына күнеккәнбеҙ шикелле, ә бына йылытыу батареяһы ярылып, һыу иҙәнгә йүгерә башлаһа, нимә эшләргә?
....Гәзит көнө. Тәк торған батареянан “тып-тып” килеп, һыу тамсылай башланы, һуңынан нимәһелер ысҡынып китеп, бүл-мәлә кәмә менән йөҙөрлөк булмаһа ла, ярайһы уҡ һыу йыйылып китте. Иҙән һыу, ә бүлмәлә электр ҡорамалдары эшләй. Тейешле урынға шылтыратҡас, тиҙ арала слесарҙар килеп, йәһәт кенә эшләп тә ҡуйҙылар. 20 йылдан ашыу был өлкәлә эшләүсе Илгиз ағай Фәсхетдинов “һыу баҫыуҙың”сәбәбен дә тиҙ тапты.
– Эштең яйын белһәң, барыһын да эшләп була ул. Әле булһа иҫемдә, бала саҡта ватылған кәрәк-яраҡты тиҙ генә йүнәтеп ҡуйһам, әсәйем аптырай торғайны. Атайым берәй нәмә йүнәтһә, ҡарап торорға ярата инем. Уның нисек эшләгәнен иҫемдә ҡалдыра инем, шулай өйрәнеп киттем, – ти ул эш араһында. – Бында килгәндә, торба ярылған, була торған хәл, хәҙер һыры өҙөлгән гайканы алмаштырам да, йылытыуҙы йәнә тоҡандырам, – тип өҫтәп ҡуйҙы ышаныслы итеп Илгиз Өлфәт улы.
Һәм күп тә үтмәне, бүлмәгә йылы таралды. Юҡ, батареянан ғына түгел, күҙ алдында эшләгән эштән дә. Бындай мөхиттә беҙгә лә гәзит сығарыуы күңеллерәк булды. Шулай, бер-беребеҙҙең хеҙмәте бер-беребеҙгә кәрәк, күҙгә күренмәһә лә...
Читайте нас: