Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Октябрь 2018, 12:42

Ил сигенән алыҫ булһа ла...

Таможня тигәс, сик буйында машиналарҙы тикшереп торған, хатта ҡулдарына мылтыҡ тотҡан, эт етәкләгән кешеләрҙе күҙ алдына килтерә-беҙ. Эйе, был хеҙмәттең ундай бурысы ла бар, әммә Рәсәй таможняһының сиктән алыҫ булған ҙур ҡалаларҙа вәкилдәре эшләп килгәнен күптәр белмәйҙер ҙә әле. Ундай вәкилдәр Стәрлетамаҡта ла бар.

1991 йылда ойошторола был пост. Әлеге көндә Стәрлетамаҡ таможня посына Стәрлетамаҡ һәм Салауат бүлектәре ҡарай. Таможня хеҙмәте подполковнигы Айҙар Биктимеров етәкселегендә тиҫтәнән ашыу кеше беҙҙең хәүефһеҙлеккә, финанс тотороҡлоҡҡа үҙ өлөшөн индерә. Таможня түләүҙәрҙең үтәлешен, сит ерҙән килгән, беҙҙән киткән тауарҙарҙың тыйылған-тыйылмаған булыуын тикшерә. Стәрлетамаҡ таможняһы шулай уҡ яҡын-тирә ҡала һәм райондарҙы ла хеҙмәтләндерә.
Әлбиттә, бындай хеҙмәттең нәҡ беҙҙә барлыҡҡа килеүе осраҡлы түгел. Беренсенән, Стәрлетамаҡ – сәнәғәт ҡалаһы. Беҙҙең аша Көньяҡ Урал менән илдең көнбайыш һәм үҙәк өлөшөн тоташтырып тороусы тимер юл, “Мәскәү-Һамар-Өфө-Ырымбур” магистрале үтеүе лә был хеҙмәттең барлыҡҡа килеүенә сәбәпселер. Ғөмүмән, уларҙың хеҙмәте 66 сит ил менән иҡтисади-хужалыҡ бәйләнешкә бәйле.
Сәнәғәт ҡалаһы, ҙур юлдар, алтмыштан ашыу ил... Был тиклем эште тиҫтәнән ашыу кеше менән генә башҡарып сығырға ла кәрәк бит әле. Нисек өлгөрә тиең егет-ҡыҙҙар? Айырым һүҙ – контрабанда, сит илдәрҙән наркотиктар ташыуҙы киҫектереү.
– Көнөнә ҡайһы берҙә егерменән ашыу фургон тикшерәбеҙ, – ти, мәҫәлән, Айҙар Ишдәүләт улы. Ә вагонлап-вагонлап йөктәр тураһында әйтеп тә тормай етәксе. Әлбиттә, һәр вагондың йөгөн бушатып ҡарамайҙар, хәҙерге технологиялар ярҙамында эш системаға һалынған, тикшереүе еңел, бәйләнеш булдырылған. Тик нәҡ шул яңы технологиялар икенсе яҡтан эште арттыра ғына икән. Мәҫәлән, күптәр көнкүреш техникаһын, телефон һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы Ҡытайҙан заказ менән ала. Ә бит ул техниканың ниндәй генә төрө юҡ һәм ниндәй маҡсатта ҡуллана ҡайтартыусы? Шуға һәр деталь тиерлек иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.
Таможня аша әйбер үткәреү, сит илдән тауар ҡайтартыуҙың нисек мәшәҡәтле икәнен был шөғөл менән булышҡандар ғына белә. Хәҙер ошо эште ойоштороусыларҙың, системаға һалыусыларҙың хеҙмәтен күҙ алдына килтерегеҙ инде... Һөнәри байрамығыҙ менән, таможнясылар!
Читайте нас: