Ашҡаҙар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Октябрь 2018, 12:54

Комсомолдар беҙ!

29 октябрҙә Рәсәйҙең һәм Советтар Союзының элекке республикаларында йәштәрҙең күп кешене туплаған ижтимағи-сәйәси ойошмаһы – комсомолдың йөҙ йыллыҡ юбилейы билдәләнә. Статистика буйынса, етмешенсе йылдарҙа 36 миллион кеше комсомол сафында булған. Комсомол тарихында 14 йәштән алып 28 йәшкә тиклемге 200 миллиондан ашыу егет һәм ҡыҙ уның сафтарында тәрбиә алған. Әйткәндәй, Башҡортостан комсомолы тарихы нәҡ Стәрлетамаҡта башланған. Нисек кенә булмаһын, күптәргә был – изге байрам, ул мөһим урын биләүселәрҙе лә, иң ябай граждандарҙы ла берләштерә. Ошо йәһәттән хәтирәләре менән бүлеше-үен үтенеп, элекке комсомолдарҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт иттек.


Миҙхәт ХӘКИМОВ:

– Беҙҙең заманда барыһы ла комсомол булды. Ойошмаға мотлаҡ инергә тейеш булған өсөн түгел, ә унда тәртипле, намыҫлы, әҙәпле, әүҙем йәштәр уны үҙенең ҡаҙанышы тип иҫәпләне. Егет кеше армияға бармай ҡалған кеүек, комсомолға инмәй ҡалыу ниндәйҙер бер кәмселек булып һанала ине…


– Октябряттан башлап, пионер, комсомол булыу бәхете тейҙе. Комсомол йылдарым һуғыш ваҡытына тура килде. 1941 йылда 7-се класта уҡып йөрөгәндә, комсомолға инәм ти-гәс, башта атайым ҡаршы булды. Ул бик көслө дини ғилем эйәһе ине. Шулай ҙа атайымды күндерҙем – пионервожатый ҙа, староста ла, комсорг та булыу бәхете тейҙе. Был – үҙеңдең эштәреңә генә түгел, башҡаларҙыҡына ла яуаплылыҡ алыу тигән һүҙ. Класс менән бергәләшеп комсомол слеттарына йөрөй торғайныҡ. Район үҙәгенә илле саҡырым ятҡан араны йәйәүләп йәиһә утын тейәлгән йөк машинаһының башына ултырып сығып китәбеҙ. Ә барыбер һаман да һағындыра шул мәлдәр...


Земфира МУЛЛАҒӘЛИЕВА:

– 8-се каста уҡығанда, йәшең етмәгән тип, комсомолға алмай йөҙәттеләр. Аптырап ҡалманым: “Ниңә улай булғас, ауыл клубының драма түңәрәгендә минән әбей ролен уйнатаһығыҙ?” – тип шарт ҡуйҙым. Алмаһалар ҙа, күңеле булһын тип, комсомолға алына торған уҡыусылар менән бергә мине лә комсомолдың район комитетына ебәрҙеләр. Стәрлетамаҡҡа килгәс, комсомол хәрәкәте етәксеһе Миҙхәт Ғәйнан улы Хә-кимов менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бик күп эштәр башҡарҙыҡ. Һәр килеп тыуған идеяны тормошҡа ашырырға тырыштыҡ. Мәҫәлән, ҡала уртаһындағы скверҙа яугир-интернационалистар өсөн ҡуйылған стела билдәле архитектор Рәйес Буранбаев, рәссам Альберт Төхвәтуллин менән беҙҙең идея буйынса барлыҡҡа килде. Һәм был идеяны Афған яугирҙары һәм комсомолдың ҡала комитеты күтәреп алды.

– Комсомол тигәндә, күҙ алдына студенттарҙың төҙөлөш отрядтары, конкрет принциптарға нигеҙ-ләнгән эштәрҙе башлап йөрөүсе энтузиастар, романтиктар килеп баҫа. Грандиоз төҙө-лөштәрҙең башында һәр ваҡыт комсомол торҙо. Был йылдар – беҙҙең йәшлек йылдары. 1977-79 йылдарҙа Төньяҡ флотта армияла хеҙмәт иткәндә комсорг булырға тура килде. Һәр һалдаттан 2 тин ағзалыҡ иғәнәһе йыя инем. Магнит ҡалаһын төҙөүҙә ҡатнаштым. Комсомол СССР тарҡалғанға тиклем йәшәне. Әммә уға бәйле яҡты хәтирәләр һәр комсомол йөрәгендә әле лә һаҡлана.





Читайте нас: