Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Октябрь 2018, 12:49

Йәнә ремонт, йәнә күпер

Киләһе аҙна башында ҡаланы Шахтау биҫтәһе һәм Ишембай районы менән бәйләүсе Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер, ремонт эштәре башҡарылыу сәбәпле, тулыһынса ябылып торасаҡ.

Был күперҙә әлегә тиклем хәрәкәтте сикләүҙәр булды, ҡала халҡы уның кәрәклеген шул ваҡытта ныҡлы һиҙҙе. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күперҙе бер айға 29 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан башлап 30 ноябргә тиклем бөтә төр транспорт өсөн дә ябасаҡтар. Был ваҡыт эсендә күперҙең 2-се һанлы терәк бағанаһын бетонлаясаҡтар. Ике яҡтан да йәмәғәт транспорты хәрәкәте ойоштороласаҡ, тик күперҙән генә йәйәүләп үтергә тура киләсәк. Автоһәүәҫкәрҙәр иһә машиналарын ҡайһы яҡта ҡалдырырға кәрәклеген алдан уйлап ҡуйһа ла була, сөнки йылғаның икенсе ярына Ишембай ҡалаһы аша ғына барып етеп була.
Һорауҙар булһа, берҙәм дежур диспетчерлығына шылтырата алаһығыҙ: 8 (3473) 20-00-45.
Читайте нас: