Ул киң билдәле, заманында башҡорт әҙәбиәтенең ҙур уңышы тип табылған “Күҙәй” романын 1934 йылда тамамлай. Уның нигеҙендә 1919-1920 йылдарҙағы Башҡортостандың Күҙәй кантонында булған хәл-ваҡиғалар ята. Был роман – шул осорҙағы тормошто шаҡтай тәрән сағылдырған әҫәр. Ул үҙенең йөкмәткеһе менән генә түгел, төҙөлөшө менән дә айырылып тора.
1937 йылда шәхес культы ваҡытында байтаҡ яҙыусылар нахаҡҡа ғәйепләнеп, репрессия-лана, улар араһында Имай Насыри ҙа була. Уны башта өс йылға ултырталар, һуңынан “Особое совещание”ның ҡарары буйынса тағы 8 йылға хөкөм ителә. Имай Насыри Свердловск өлкәһенә оҙатыла. Ҡаты ауырыуҙан лагерҙа 1942 йылдың 29 мартында төрмәлә вафат була.
…Яҙмышы ни тиклем ауыр булыуға ҡарамаҫтан, яҡты рухы менән барыбер иленә әйләнеп ҡайта ул! Имай Насыри 1956 йылда аҡлана.
“Йылдар үтер, халыҡ аңлар,
Тыуған ергә мин ҡайтырмын,” – тип яҙған яҙыусы үҙе лә, һиҙгәндәй.
Өфөлә Имай Насыри бульвары барлыҡҡа килә. Ул йәшәгән йортҡа Өфөлә һәм тыуған ауылында таҡтаташ ҡуйыла. Стәрлетамаҡта уның исемен йөрөткән урам бар. Тимәк, яҙыусы кешеләр хәтерендә әле булһа йәшәй. Йәш быуын уның әҫәрҙәрен уҡып, фәһем ала, ата-бабаларының еңел булмаған ҡоролошта йәшәүҙәрен бөгөнгө күҙлектән сығып, сағыштырып аңдарына һеңдерә, ғәҙелһеҙ репрессиялар ҡорбаны булған яҙыусыларҙың әсе яҙмышын тетрә-неп күҙ алдына баҫтыра. Һүҙемде шәхес культы йылдарында ҡорбан булғандарға бағышлаған шиғырым менән тамамлайым.
Һеҙ халҡымдың алтын хазинаһы –
Имай, Ғөбәй, Төхвәт, Дауыттар…
“Халыҡ дошманы” тип мөһөр таҡҡан
Күҙгә күренмәгән ҡалыптар.
Нахаҡ ғәйеп таҡһалар ҙа һеҙгә,
Аҫта – ваҡлыҡ, өҫтә – хаҡлыҡтар.
Беҙҙең өсөн Һеҙ әле лә – тере,
Һеҙҙе онотмаған халыҡ бар!
Халҡым күргәндәре иҫтән сыҡмай –
Яндырылған күпме ауылдар,
Тыумай ҡалған сабыйҙарҙы уйлап,
Йәнем үкһей, үтһә дауылдар…
Беҙ әле лә ҡыл өҫтөндә, сөнки
Ҡанһыраған йөрәк аҫтарында
Тирмән тештәрендә ҡалған халҡым,
Туфан булып үткән дауылдар.
Тик йөрәктән әле булһа сыҡмай
Имай, Ғөбәй, Төхвәт, Дауыттар…