Мәҫәлән, ҡайһы саҡ уйҙарыбыҙҙа булһа ла беҙ кемделер әрләйбеҙ. Асыу бер кешегә генә ҡайтып ҡалһа әле, әҙәм балаһы ваҡыты-ваҡыты менән бер сәбәпһеҙгә тотош донъяны күрә алмаҫ хәлгә етә. Уға, йәнәһе, бөтәһе лә аяҡ сала. Әлбиттә, был кешенең уйҙарында саҡ ҡына булһа ла хаҡлыҡ та табырға мөмкин: яҡындары уның сиренә, тырышлығына, ғөмүмән, барлығына иғтибар итеп етмәйҙер, әммә бер әҙәм балаһының бәхетһеҙлегендә бер нисек тә бөтә ғәләмде ғәйепләргә тел бармай.
Ә бына кеше ниңә ғазапланырға ярата һуң? “Ярата” тигән һүҙ артыҡ түгел бында, сөнки кешегә, ысынлап та, ҡайһы берҙә шундай хәлдә булып алыуы отошло, кәрәк. Уйҙар гел генә һәүетемсә барһа, кешелә үҫеш туҡтала, ти бит белгестәр ҙә. (Бер-берең менән мөнәсәбәттәге үҫеш, тормошҡа яраҡлашыуҙағы үҫеш – бында күп ҡырлы мәғәнә һалырға мөмкин.) Психологтар фекеренсә, кеше ғазапланып-ҡайғырып, шундай хәлдән сығыу юлында рухи яҡтан нығына, психологик көрсөктән арыныу мәлендә бәхетле икәнен аңлай. Хәленең ул тиклем үк мөшкөл түгеллеген аңлағас, еңел һулап ҡуя, ҡәнәғәтлек кисерә... Шуға әҙәм балаһы үҙе лә һиҙмәҫтән төшөнкөлөккә бирелеүе ихтимал. Быны организм талап итә. Кем әйтмешләй, гел яҡшы барһа – яҡшы түгел, күрәһең.
Бындай күренеш бигерәк тә ижади мөхит өсөн – нығыраҡ үҙ. Сөнки һәләтлеләр бөйөк әҫәр-ҙәрен нәҡ шундай мәлдәрендә тыуҙыра бит. Донъяуи кимәлдә исемдәре билдәле композиторҙар, яҙыусылар, ғалимдар быға асыҡ дәлил. Ошо йәһәттән бер таныш шағирҙың һүҙҙәре иҫкә төшә: “Ҡатынға аҙнаһына бер асыуланып алмаһам, шиғыр яҙа алмайым”, – тигәйне ул. Ни ҡылаһың, һәр кем өсөн үҙ илһам сығанағы бар. Иң мөһиме, ошондай эҙләнеүҙәр, илһам сығанаҡтары йышайып китмәһен, сөнки артыҡ депрессияның нимәгә килтергә-нен дә яҡшы беләбеҙ...