Был юлы ла яңы миҙгел асыу концертында зал шығырым тулы ине. Һәр ваҡыттағыса, һәр номер дәррәү алҡыштар аҫтында үтте. Репертуарҙың мари, сыуаш һ.б.бейеүҙәр менән байытылыуы һөйөнөслө хәл. Әммә Хәлил Ишбирҙиндың сәхнәнән төшмәҫ “Ирәндек бөркөттәре”, “Бүреләр”, “Башҡортостан”, “Ехали казаки” һ.б. үлемһеҙ бейеүҙәренән башҡа Стәрлетамаҡ Бейеү театрын күҙ алдына килтереп буламы һуң инде! Тик шуныһы: коллективта Хәлил Ишбирҙин мәктәбен үткән бейеүселәр сафы һирәгәйә бара... Нишләйһең инде, заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, бер нәмә лә мәңгелек була алмай шул.
Ә бына “ZAINETDIN” этно-шоу проекты менән сит илдәргә сығып, Ер шарының төрлө ҡитғалары буйлап Башҡортостанды, башҡорт халҡын данлап йөрөгән виртуоз инструменталист, ҡумыҙсы һәм ҡурайсы Заһир Зәйнетдиновтың сығышы үҙе бер көтөлмәгән сюрприз булды. Урал батыр рухын алып килгән ил улын халыҡ дәррәү алҡыштарға күмеп, сәхнән оҙаҡ ебәрмәй, ҡат-ҡат һорап алды. Әйтерһең дә, Урал батырҙың үҙен күргәндәй булдыҡ!.. Төрлө халыҡтарҙың милли музыка ҡоралдарында уйнауы менән бер юлы, заманса стилдә күҙ эйәрмәҫ етеҙ хәрәкәттәр менән ут сәсрәтеп бейеүен тыныс ҡына ҡарап буламы һуң?!. Заһирҙың Бейеү театрының миҙгел асыу концертына талпынып килеп етеүе юҡҡа түгел, ул ошо театрҙа хореография серҙәренә төшөнгән, оло сәхнәгә тәүге аҙымдары ошо коллективтан башланған бит.
Оҫта ҡурайсы, бик күп конкурстар лауреаты һәм дипломанты Динар Абдуллин аһәңле ҡурай моңо менән концертҡа үҙенсәлекле бер биҙәк өҫтәне. Тамашасы әҫәрләнеп, елкенеп ҡарарлыҡ итеп уйнай шул ул ҡурайҙа!
Концерт һуңында ошо театр-концерт берләшмәһендә осрашып, сәстәрен сәскә бәйләгән йәш парҙарҙы ҡотлау тантанаһы ла бик матур һәм көтөлмәгән күренеш булды. Бейеүсе Рүзил Сәйфетдинов үҙенең буласаҡ кәләше Регинаға тамашасы алдында тәҡдим яһаны! Афарин, йәштәр, бәхетле булығыҙ! Әйткәндәй, әлеге ваҡытта берләшмәлә эшләгән 23 пар ғаилә ҡороп, бик матур донъя көтә. Киләсәктә лә сәнғәт усағыбыҙ, ошо парҙар кеүек, һөйөү, татыулыҡ, бәхет менән мөлдөрәмә тулһын әйҙә!