Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Октябрь 2018, 12:49

Самолет ҡоланы

Индонезияның пассажир самолеты һәләкәткә осраны. Илдең самолет бортында 188 кеше – 181 пассажир һәм 7 кешенән торған экипаж булған. Лайнер аэропорттан имен-аман сыҡҡан, ләкин 13 минуттан һуң уның менән бәйләнеш өҙөлгән.

Бәйләнеш өҙөлгәнгә тиклем пилот менән диспетчер базаға кире ҡайтыу мөмкинлеге тураһында фекер алышҡан. Һөҙөмтәлә борт ярға бер нисә саҡырым ғына етмәй диңгеҙгә ҡолаған. Диңгеҙҙә ҡотҡарыусылар һәм катерҙар эшләһә, күктә вертолеттар табылған кешеләрҙе һәм әйберҙәрҙе тейәргә әҙер тора. Корпустың өлөштәре, парашют ҡалдыҡтары, пассажирҙарҙың шәхси әйберҙәре – ватыҡ телефон, еүешләнгән документтар менән сумка табылған. Самолетта булғандарҙың яҡындары һәм туғандары килә башлаған, уларға психологик һәм медицина ярҙамы күрһәтелә.
Р. БАЙРАМОВА.
Читайте нас: