Ашҡаҙар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Октябрь 2018, 12:47

Юлға сыҡһаң төндә, жилет булһын өҫтөңдә

Юл һәм транспорт тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде, әммә ошо ике һүҙ һәр ваҡытта ла матур сәйәхәттәр менән генә иҫтә ҡалмай. Юл-транспорт ваҡиғалары көн дә тиерлек осрап тора, ярай ҙа еңел генә ҡотолһаң, ғүмерҙәр ҙә ҡыйыла.

Бигерәк тә йәйәүлеләргә ҡыйын, шаулап торған юл аша үтеүе хәүефле, хатта махсус билдәләнгән үткәүелдәр ҙә 100 процентлыҡ ышаныс бирмәй. Ҡағиҙәләр ҙә көндән-көн өҫтәлә килә, яуаплылыҡ, штрафтар ҙа арта, мәҫәлән, үткәүел аша үтеп барған йәйәүлегә юл бирмәһәң, 1500-2500 һум штраф ҡаралған. Тик водителгә генә түгел, йәйәүлегә лә иғтибарлы булырға кәрәк. Сөнки ҡайһы саҡ төнөн, мәҫәлән, ҡап-ҡара кейемдә юлға ҡапыл йүгереп сыҡҡан кешене водителдәр ҡасан күреп һәм туҡтап өлгөрөргә тейеш һуң? Шуға юл аша үтер алдынан, тәү сиратта, туҡтап, юлда машина бармы-юҡмы икәнлеген ҡарарға кәрәк һәм әллә ҡайҙан ялтырап торған һыҙыҡлы жилеттәр кейеү ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға мөмкин, әммә юлға сығыусылар был турала һәр ваҡытта ла уйлап етмәй. (Әйткәндәй, автоһәүәҫкәрҙәр өсөн дә был яҡтан яңы ҡағиҙә индерҙеләр, хәҙер ҡараңғы ваҡытта улар машинанан жилет кейеп сығырға тейеш).
Юлдарҙа “балҡып тороу” мәсьәләһенә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, мәҫәлән, икенсе күҙлектән ҡарарға тәҡдим итә. Депутат төнгө осорҙа яҡтылыҡ ҡайтарыусы кейемдәр етештерергә саҡыра. Кем белә, киләсәктә, бәлки, бөтә етештереүселәр ҙә ошондай модаға тап килгән заманса һәм хәүефһеҙ өҫ кейемдәрен етештерә башлар. Әйткәндәй, Зариф Байғусҡаров был фекерен Стәрлетамаҡта үткән “Водитель, онотма, һинең дә балаң йәйәүле!” сараһында белдергәйне. Акция “Хәүефһеҙ юлдар” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Зариф Закир улы етәкселегендә республиканың төрлө өлөштәрендә быға бәйле саралар үтте, депутат Стәр-летамаҡҡа ла килде һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов менән Юрий Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында йәштәр менән осрашты. Ҡаланың был ял итеү урыны юҡҡа ғына һайланмағандыр, сөнки бындағы аттракциондар сағыу төҫтәр менән янып, әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора. Әйткәндәй, йәштәр ҙә әҙерләнеп килгәйне, махсус жилеттар уларҙы йыраҡтан уҡ күрһәтеп торҙо. Йәштәр ҡайнап торған урынға башҡа халыҡ та йыйыла башланы, шул мәлдә бергәләшеп бейеп, “Яҡтырып ҡал” исемле флешмоб та үткәреп алды улар.
Эх, был жилеттар күпме кешеләрҙе ҡотҡара алғандыр ҙа бит... Ваҡиғалар артынан да йыраҡ йөрөргә түгел, парктың икенсе яҡ осонда, Ленин проспекты аша үткән юлда иртәнсәк уҡыуға ашыҡҡан ҡыҙҙы маршрутка төкөткәнен күптәр хәтерләйҙер. Һәләк булып ҡалды, бахырҡай, ә бит уға йәшәйһе лә йәшәйһе ине.
– Үткән йыл юлдарҙа 20 мең тирәһе кешенең ғүмере өҙөлдө, улар араһында 712-һе – балалар. Республикала былтыр 723 кеше юлда һәләк булған, шуға иғтибар итергә кәрәк: уларҙың 159-ы йәйәүлеләр, – тине Зариф Закир улы проекттың әһәмиәтен билдәләп.
Алексей Изотов та был мәсьәләгә етди ҡарарға саҡырҙы. Миҫал өсөн Европа илдәре халҡы килтерелде, унда яҡтылыҡты ҡайтарыусы һыҙаттар булған сағыу кейемдәргә өҫтөнлөк бирәләр. Ысынлап та, йәйәүлеләргә закон менән жилет кейҙереп йөрөүҙе талап итеү ауыр, әммә был өлкәлә яңы закондар сыҡҡанын көтөп ятмай, үҙеңдең һау-лығынды, ғүмерен һаҡлау артыҡ түгел. Быныһы инде тормош законы.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: