Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Октябрь 2018, 16:07

Стәрлетамаҡта торлаҡ-коммуналь хужалығы тиҙ үҫешә

Белгестәр халҡы 250 мең кешенән күберәк булған ҡалаларҙа торлаҡ коммуналь хужалығы системаһында эш алып барыу сифатын тикшереү һөҙөмтәһендә исемлекте төҙөгән. Уның һөҙөмтәһендә Стәрлетамаҡ Рәсәйҙең 10 иң яҡшы ҡалалар иҫәбенә ингән.

Стәрлетамаҡ Рәсәйҙең 10 иң яҡшы ҡалалар иҫәбенә ингән.
Шуныһы ҡыуаныслы, был рейтингҡа бер юлы Республиканың ике ҡалаһы ингән: Стәрлетамаҡ һәм Өфө. Махсус тикшереү Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс Университет белгестәре менән яһалған.
Белгестәр халҡы 250 мең кешенән күберәк булған ҡалаларҙа торлаҡ коммуналь хужалығы системаһында эш алып барыу сифатын тикшереү һөҙөмтәһендә исемлекте төҙөгән.
Был өлкөлә ойрошторолған һорау алыуҙа ла күпселек ҡатнашыусылар торлаҡ коммуналь хеҙмәтендә алға китеш булыуын билдәләгән. Мәҫәлән, 2012 йылда үҙенең ҡалаһы торошо менән 59 процент кеше ҡәнәғәт булһа, ә хәҙер был күрһәткес 68 процентҡа еткән.
Торлаҡ коммуналь хеҙмәте системаһы үҫешкән ҡалалар исемлегенә Грозный, Түбәнге Варта, Стәрлетамаҡ, Ҡазан, Сочи, Вологда, Мәскәү, Төмән, Ставрополь һәм Өфө ингән.
Читайте нас: