Ошолай әҙерләнгән тәпәйҙе ҡаҙ-ҙың эс-бауыры йәки ит менән бергә бешерәбеҙ. Ашҡа картуф, кишер, туҡ-мас, һуған төшөрәбеҙ. Дөгө ярмаһы йә йәшелсәләр менән бешерһәң дә була. Эсәк уралған ҡаҙҙың тәпәйе менән картуф һалып бәлеш бешерһәң дә телде йоторлоҡ була. Ҡаҙ тәпәйенән дерелдәк тә эшләйҙәр. Иң тәүҙә тәпәйҙәрҙең тышын һыҙырып, өтөп-таҙартып йыуғас, һалҡын һыуға һалабыҙ. Яй ғына утта ҡайнатабыҙ, самалап тоҙ өҫтәйбеҙ. Йәшелсә тәме бирергә теләһәң, кишер, һуған ҡушырға мөмкин. Ике сәғәт самаһы ваҡыт бешеп, ит һөйәгенән айырылғас, уттан алабыҙ. Һурпаһын һөҙәбеҙ, итен турағыстан үткәрәбеҙ. Шунан уларҙы бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа (ҡара борос һалып ебәрергә һәм башҡа тәмләткестәр өҫтәргә мөмкин) һауыттарға һалып сығабыҙ, һыуытырға ҡуябыҙ. 6-8 сәғәттән дерелдәк әҙер була.