"Яңы рекордҡа әҙерләнгәндә күпселектә үҙемдең өлгәшеүҙәремә ҡарарға тура килә. Һуңғы 10-15 йылдарҙа Рәсәйҙә бындай(26 тонна) ауырлыҡты мин генә һөйрәгәнмен. Әле ваҡыт буйынса оҙағыраҡ килеп сыҡты 41 секунд, 30 секунд булыр тип уйлағайным. Шулай ҙа был яҡшы һөҙөмтә тип уйлайым. Сит илдәргә килгәндә унда был дисциплинала 15 тонналыҡ йөклө машиналарҙы һөйрәйҙәр"- ти Эльбрус Хәмит улы.